Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
21 Ғинуар 2020, 10:30

Йөрәк түренән көй ағыла

Тылсымға тиң моңдар

Благовещен ҡалаһындағы 11-се һанлы "Якорек" балалар баҡсаһында халҡыбыҙҙың йыр - моңон ҡәҙерләгән, уның ғөрөф-ғәҙәттәренә ғашиҡ булған, изге күңелле, рухлы, илһөйәр Дилара Миңнулла ҡыҙы Ҡабылова музыка етәксеһе булып байтаҡ йылдар эшләй.
Ул үҙе үткәргән музыка дәрестәрендә халҡыбыҙҙың бай тарихлы сәнғәт донъяһы хаҡында балаларға күп мәғлүмәт бирергә өлгөрә. Оҫта, тәжрибәле етәксе балалар баҡсаһында барған "Башҡорт моңо" аҙналығында тәрбиәләнеүселәрен башҡорт халҡының музыка ҡоралдарынан - наҙлы, моңло, нәзәкәтле тауышлы ҡурай, ҡумыҙ менән таныштырҙы. Урал тауҙарында үҫкән был ябай үләндән яһалған мөғжизәле ҡурайҙың аһәңле моңона ғашиҡ булған балалар, устай ғына ҡумыҙҙы күреп аптырап китте. Үҙенең тауышына бар донъяның тылсымлы моңон һыйҙырған ҡумыҙҙың наҙлы сыңын, улар бирелеп тыңланы. Дилара Миңнулла ҡыҙы үткәргән дәрестән һуң уларҙың күптәрендә ошо милли музыка ҡоралдарында уйнап өйрәнеү теләге лә уянды.
Киләсәктә башҡорт көйө, моңо ағылыуҙан туҡтамай, һәр милләттәшебеҙ йөрәгендә йәшәһен.
Читайте нас: