Фин, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, II, III Дан ордендары кавалеры, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, "Ленинградты обороналаған өсөн" һәм күп төрлө миҙалдарға лайыҡ, Прибалтика, Ленинград фронттарында һуғышҡан, күп яралар алған, Благовещен районының Почётлы гражданы булған Мөғәллим Хаматғәлим улы Ғәлимов тураһында халыҡ күңелендә тик йылы хәтирәләр генә йәшәй.
27 ғинуарҙа Ленинград ҡалаһының блокаданан азат ителгән тарихи көндә уның данлы исеме, күрһәткән батырлыҡтары уҡыусылар, студенттар, оло йәштәгеләр тарафынан хөрмәтләп иҫкә алынды. Рәсәй тарихында оҙаҡҡа һуҙылған һәм фажиғәле ваҡиғаларҙың уртаһында ҡаһарман яугир Мөғәллим Ғәлимов та була. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған, Ленинградты блокаданан азат итеүҙә һәм обороналауҙа ҡатнашҡан батыр, оло йөрәкле, тәүәккәл Ғәлимовҡа "Ленинградты обороналаған өсөн" миҙалы тапшырыла. 900 көн дауамында ҡамауҙа ҡалған ҡала халҡының, айырыуса балаларҙың икмәккә, эсәр һыуға мохтаж булыуын, ҡурҡыныс төш һымаҡ иҫтә ҡалған ваҡиғаларҙы, үлем менән йәшәү араһында булған яуҙаштарын, шул осорҙағы аяныслы кисерештәрен, ул ғүмере буйы иҫләй торғайны.
Шишмә районының Ябалаҡлы ауылы егете һуғыштан имен - аман ҡайтып, Благовещен районын ғүмерлек төйәк итә. Тырыш, эшлекле Мөғәллим Хаматғәлим улы Ахлыстин, Благовещен иген ҡабул итеү пункттарына етәкселек итә, хаҡлы ялға сыҡҡансы оҙаҡ йылдар Благовещен район башҡарма комитетының ауыл хужалығы идаралығында етәксе вазифаларҙа эшләй. Һөйөклө ҡатыны - Фаиҡаһына бөтмәҫ - төкәнмәҫ наҙ, һөйөү бүләк иткән ғаилә башлығы балаларын, ейәндәрен дә яратып, ҡәҙерләп үҫтерә, матур тәрбиә бирә, уҡыта, башлы - күҙле итә.
Райондың йәмәғәтселек эшенә лә сал сәсле ветеран күп көсөн һалды. Мең ырыуы башҡорто булған Мөғәллим Ғәлимов I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат та булып һайланды. Мин Благовещен районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына рәйес итеп һайлаған йылдарҙа Мөғәллим бабайҙың ярҙамы ҙур булды. Уның кәңәштәре, төплө фекере, яғымлы, шаян һүҙҙәре һәр башланғысты тормошҡа ашырғанда бик ярап ҡала ине.Үҙенең халҡын, телен, ғәзиз ерен яратҡан ир уҙаманы күп йылдар ырыуының шәжәрәһен өйрәнә, күп һанлы туғандары, нәҫел - нәсәбе менән аралашып йәшәй. Һәр саҡ йәш быуын вәкилдәре менән осрашыуға теләп йөрөгән ветеран, ауыр йылдарҙағы иҫтәлектәре менән ихлас бүлешә ине.
Ярты һүҙҙән бер - береһен аңлап, хәстәрләп йәшәгән Фаиҡаһы мәрхүм булһа ла, ул үҙендә артабан да йәшәргә көс тапты. Ағиҙел йылғаһы буйындағы йортон балаларына ҡалдырып, ҡаланың Инза микрорайонынан фатир алып, шунда күсенде. Шул осорҙағы бер мәрәкәне лә һеҙгә яҙып китәм әле. Эштән һуң хәлен белешергә кергән Мөғәллим бабайым сәй өҫтәленә саҡырҙы. Үҙе, мәрхүмкәйем бик ҡунаҡсыл, йомарт, туған йәнле була торғайны. Сәй эсә - эсә хәбәр һөйләшәбеҙ. Бер заман бабайым подружка таптым, эргәһенә көнөнә 2- 3 тапҡыр барып киләм тимәһенме. Мин аптырап, һораулы ҡараш менән уға бағам. Шул ваҡыт ул ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Баҡтиһәң, бабайым "Полушка" магазинына аҙыҡ - түлеккә йөрөй икән. "Полушка" ны подружка тип атаған булған икән.
Бөйөк Еңеүгә - 75, республикабыҙҙағы Башҡорт теле йылы иғлан ителгән быйылғы йылда ауыр һынауҙар үткән, иленә, яҡташтарына тоғро хеҙмәт иткән һалдат Ғәлимовтың йөрәк түремдә мәңге йәшәйәсәгенә йәнә инандым.