Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
11 Февраль 2020, 12:00

Бушҡа үтмәгән ғүмер

Ошо көндәрҙә Шипово ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Андрей Никифорович Буянов үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Ошо көндәрҙә Шипово ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Андрей Никифорович Буянов үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләне.
Ветеран әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында ҡыҙы ғаиләһендә йәшәй. Аҡбирҙе ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ауыл советы башлығы Азамат Сатаев етәкселегендә юбилярҙы тыуған көнө менән ҡотларға килде. Саранан ветерандың ауылдаштары ла ситтә ҡалманы. Ҡунаҡтар Андрей Никифоровичҡа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенән бүләк тапшырҙы. Был көндө юбиляр хөрмәтенә бик күп рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, яҡташтары ветеранға оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек теләне.
Андрей күп балалы татыу ғаиләлә үҫә. Ғаиләлә тағын уның дүрт апаһы һәм өс ҡустыһы тәрбиәләнә. Малайға крәҫтиән хеҙмәтенең тәмен иртә татырға тура килә. Ул 12 йәшенән прицепщик булып эшләй башлай, һуңынан «Победа» колхозында трактор штурвалы артына ултыра.
Һуғыш тураһындағы ҡот осҡос хәбәр бөтә ил халҡының тыныс тормошон сәлпәрәмә килтерә. Хыял, мөхәббәт, бәхет – бөтәһен дә ҡан ҡойғос һуғыш уты көйҙөрә. Ирҙәрҙе фронтҡа ала башлайҙар. Ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм балалар фронтҡа киткән ирҙәрен, улдарын, аталарын, ағайҙарын алмаштырып, фермаларҙа, баҫыу ҡырҙарында эшләй. Андрейҙың атаһы ла тәүгеләрҙән булып фронтҡа китә, уның артынан ағаһы юллана . Улар икеһе лә һуғыш яланында башын һала.
В1943 йылда йәш егеткә лә тыуған ерҙе һаҡларға барырға сират етә. Ул ваҡытта Андрейға бары тик 18 йәш кенә була. Утлы һуғыш саҡрымдарын разведчик Андрей Буянов 2-се Балтик буйы фронты составында үтә, Таллинға барып етә. Һуғыш яландарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Андрей Буянов ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Германияны еңгән өсөн миҙалы » һәм Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Һуғыш тамамлана, Андрей Буянов 1946 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Емерелгән хужалыҡты тергеҙергә кәрәк була. Һәр ерҙә эшсе ҡулдар етмәй, сөнки ир-егеттәрҙең күбеһе һуғыш яланында ятып ҡалған, ҡайтҡандарының да яралары тулы көскә эшләргә мөмкинлек бирмәй. Андрей тракторсы булып эшләй башлай. Ҙур ғаиләнең бөтөн хәстәрлеге егеттең иңдәренә төшә. Хеҙмәте өсөн бирелгән паеғын ул туғандарына бирә, күп ваҡыт үҙе ас ҡала.
Тормош әкренләп булһа ла яйлана. Андрей 1949 йылда өйләнә. Йәш ғаилә 1956 йылда яңы йорт төҙөп керә. Андрей Никифорович ҡатыны Клавдия Ивановна менән бергә ғүмер буйы колхозда эшләй. Ветерандың эш стажы 49 йыл. Буяновтар 42 йыл бергә татыу ғүмер итәләр, өс баланы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыралар. Инде күп йылдар Андрей Никифорович яңғыҙ, һөйөклө ҡатыны - мәрхүм. Әммә балалары, ейәндәре ветеранды ташламай, улар һәр ваҡыт уның эргәһендә.
Андрей Никифорович ғүмер буйы намыҫлы эшләй, бирелгән пландарҙы һәр саҡ арттырып үтәй. Алдынғы колхозсының хеҙмәте Почет грамоталары менән баһалана, фотоһүрәте күп тапҡырҙар Почет таҡтаһында эленеп тора. Ул йылдарҙа Шипово ауылы хеҙмәтсәндәренең ҡаҙаныштары мәғлүмәт саралары биттәрендә даими яҡтыртыла. Намыҫлы, ғәҙел Андрей Никифоровичты ауылдаштары бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлай.
Андрей Никифорович үҙен бәхетле кеше тип һанай, сөнки ғүмер бушҡа үтмәгән. Өлөшөнә төшкән шатлыҡтары, ауырлыҡтары өсөн ветеран яҙмышына бик рәхмәтле. Ауыр һынауҙар был көслө рухлы кешене һындыра алмай.
Читайте нас: