Өфө районының Булгаков ауылында урынлашҡан "Тиҙ ярҙам" подстанцияһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте менән ихтирам яулаған фельдшер Резеда Әбдееваны халыҡ хөрмәт итә.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай.
Әле яңыраҡ уның М - 5 федераль автомобиль трассаһында булған ҡурҡыныс аварияла зыян күргән кешеләргә ярҙам күрһәтеүе тураһында ла мәғлүм булды.
- Һайлаған һөнәрем дә, кешелек сифаттарым да ярҙамға мохтаж, бәләгә тарыған, сирле кешеләргә, айырыуса балаларға битараф булмауға өндәй. Руль артында, гел янымда булған ирем Дамир Әбдеев та миңә көс, таяныс, терәк булып тора, - тип һөйләне фельдшер.
Бына тағы ирле - ҡатынлы Әбдеевтар " Тиҙ ярҙам" машинаһында бәләкәй бала менән Өфөләге республика балалар клиник дауаханаһына ашыға. Иғтибарлы фельдшер юлдағы хәл - торошто ла күҙәтеп бара. Бәлки, уның ярҙамына, ҡурсалауына мохтаждар барҙыр?
Фельдшер Резеда Әбдеева кеүек үҙ һөнәренә тоғро ҡалған аҡ халатлылар күптәрҙең ғүмерен дә, һаулығын да һаҡлап ҡалыр.