Йыл башында уҙған "XXI быуат лаборатория"һы тикшеренеү эштәренең район конференцияһында теремек, алсаҡ Арида Сәфиуллина менән танышҡайным.
Благовещен ҡалаһында йәшәгән минең күптәнге танышым, халыҡ араһында абруйлы Әлфиә Сәфиуллинаның ҡыҙы икәнлеген белгәс Аридаға ҡыҙыҡһыныуым тағы артты. Халҡыбыҙ әйткән бит "Атаһына ҡарап улын ҡос, әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос". Әсәһенә оҡшап аҡыллы, аралашыусан Арида конференцияла "Ил тарихында - олатайым яҙмышы" тигән тема аша олатаһы Нәжип Карам улы Йосоповтың лайыҡлы тормош юлын аса алды.
- Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауылында тыуып үҫкән Нәжип үҙенең һәләтен, тырышлығын эшкә егеп, уҡытыусы һөнәренә эйә була. Физика фәненән балаларға ныҡлы белем биргән уҡытыусыны 29 йәшендә генә Байҡыбаш мәктәбенең директоры итеп үрләтәләр. Бөгөнгө көндә миңә, ике ағайыма һәр яҡлап өлгө булған олатайым эшләгән осорҙа яңы мәктәп, спорт залы, уҡыу оҫтаханалары, ашхана, йыраҡ ауыл балалары өсөн интернат та төҙөлә. Ә иң мөһиме, район кимәлендә иң көслөләр рәтенә ингән белем усағында эшләгән тырыш уҡытыусылар уҡыусыларға сифатлы белем бирергә өлгәшә.Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Халыҡ мәғарифы отличнигы булған Нәжип Карам улы Йосоповтың исеме халыҡ хәтерендә мәңге йәшәй, - тип һөйләгән Ариданың эшенең күп мәғлүмәтле булыуына жюри ағзалары ла һоҡланды.
Эйе, ысынлап та, ауылдаштары, хеҙмәттәштәре, ата - әсәләр, уҡыусылар араһында үҙе тураһында тик яҡты хәтирәләр генә ҡалдырған Йосоповтарҙы Ҡариҙел районы халҡы һаман да һағынып иҫкә ала. Нескә күңелле, рухлы, һөнәре буйынса физик, ә йөрәгендә моң, шиғри юлдар йәшәткән Нәжип ағайҙың ҡатыны Зинира Рәхим ҡыҙы ла акушерка булараҡ, күпме балаға ғүмер бүләк иткән. Яңауыл районы ҡыҙы булған Зинира Рәхим ҡыҙы эшләгән осорҙа яңы тыуған сабыйҙар, бала тапҡан ҡатындар үлеме лә теркәлмәй. Әсә лә, бала ла һау - сәләмәт булып, аяҡҡа баҫып, йәшәп китә. Кешегә тоғро хеҙмәт иткән,
хәләл көсөнә таянып йәшәгән Йосоповтар берҙән - бер ҡыҙҙары Әлфиәне лә тәртипле, кешелекле, инсафлы, тәүфиҡлы итеп үҫтерә, юғары белемен дә бирә уға.
- Минең күҙ нурҙарым, мәрхүм атайым менән әсәйемдең әйткән кәңәштәрен, өйрәткән эштәрен үҙемә бер ҡағиҙә итеп алып, тормошомда ҡулланам. Улар мине тәрбиәләгән ысулдар аша балаларымды ла оло тормош юлына әҙерләйем,- тип һөйләй Әлфиә Сәфиуллина.
Ата - әсәһен таныштырып, ҡауыштырған Бөрө ҡалаһы Әлфиәне лә буласаҡ ире Илдус менән осраштыра. 1998 йылда ғаилә ҡорған йәштәр Благовещен ҡалаһында төпләнә, үҙ ҡулдары менән йортон төҙөй, матур, бәрәкәтле донъяһын булдыра. Ир менән ҡатын бер төптән булғас, эштәре лә көйлө генә бара. Шәхси эшҡыуар булған Әлфиә Нәжип ҡыҙының, Себер яҡтарында эшләгән Илдус Фәис улының тапҡан килемдәре бер урынға тупланып, ғаилә кәңәшендә тикшерелеп, дөрөҫ йүнәлештә тотонола. Балаларын ысын шәхес итеп тәрбиәләүгә күп көс түккән Йосоповтар уларҙың һәр береһенең ҡыҙыҡһыныуын тәбрикләй. Тау саңғыһын үҙ иткән Имилдәре Башҡорт дәүләт нефть техник университеты студенты, химия фәне буйынса олимпиадалар призеры, музыкаль инструменттарҙа уйнаған Амалдәре Ҡазандағы "Ҡояш" фәнни - тикшеренеү лицейы уҡыусыһы,ә йырға, һүрәткә әүәҫ кескәй Аридалары 6-сы мәктәптең 2 - се класс уҡыусыһы. Ата - әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгән балалары ла тырыш уларҙың. Яҡшы уҡыйҙар, олоно оло, кесене кесе итеп, бер - береһе менән дә яҡшы аралашалар. Ағалы - ҡустылы Имиль менән Амаль Арида һеңлеһенә хәстәрлекле ағай була белә. Бергә осрашыу минуттарын көтөп алған Сәфиуллиндарҙың уртаҡ шөғөлдәре лә бар. Саңғы шыуыуҙар, китап уҡыуҙар, тәбиғәт ҡосағындағы ялдар, һағынышып ҡайтып сәй өҫтәле артындағы әңгәмәләр..
"Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын" тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар.Иренә тоғро ҡатын, балаларына яратҡан әсәй, уңған хужабикә була белгән Әлфиә Сәфиуллина кеүек ҡатындар булғанда ғаиләләр ныҡлы нигеҙле, татыу булыр. Шуға ла Әлфиә Сәфиуллина үҙенең ыңғай сифаттары, доңъяға яратып баҡҡан ҡарашы менән күптәргә өлгө.