Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
8 Март 2020, 12:00

Ишеге лә, күңеле лә асыҡ

Благовещендың хөрмәтле кешеһе Кешелекле, изгелекле, туған йәнле тейҙәр туғандары, яҡындары, таныштары Хәлисә апай Ғәлимйәнова тураһында

Тыумышы менән Нуриман районы ҡыҙы булған Хәлисә апай Благовещен ерен төйәк итеп, ошонда матур ғүмер кисерә.Ҡаланың иң ҙур балалар баҡсаһының береһе булған 11 - се "Якорек" балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән апайыбыҙ яратҡан эшен еренә еткереп башҡара.Ни тиһәң дә, балалар өсөн бешерелгән ризыҡтар ашнаҡсынан оло яуаплылыҡ, тәртип талап итә.
Ире Нәфис ағай менән уларҙың көткән күркәм донъяһын ике ҡыҙы, ейәндәре, кейәүе, күп һанлы туғандары йәмләп тора. Барса сараларға ла бергә йыйылышҡан туғандар бер - береһен ҡәҙерләп, хөрмәтләп йәшәй.
Гөлдәр үҫтереүгә әүәҫ Хәлисә апай Ғәлимйәнованың социаль селтәрҙәрҙә лә дуҫтары күп. Заман техникаһы - компьютерҙы еңел генә өйрәнеп алған да, "Классташтар" "Контактта" төркөмдәрендә улар менән йәнле аралаша.
Өҫтәлендә һәр саҡ ҡайнар сәйе, тәмле бәлеше булған апайҙың ҡунаҡсыл фатирынының ишектәре лә, күңеле лә һәр кешегә асыҡ.
Благовещендың хөрмәтле кешеһе булған Хәлисә апайыбыҙ бәхетле, матур ғүмер кисереп, йәшәһен дә йәшәһен.
Читайте нас: