Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
18 Апрель 2020, 16:00

Милли кейемдәр моданан сыҡмаһын!

Мөниә Айҙарова интернет-флешмобҡа ҡушылды

Иглиндар «Үҙенсәлек. Мәҙәниәт. Тарих. Этномода. Стиль» интернет-флешмобына әүҙем ҡушылды. Улар араһында Иглин ауылынан Мөниә Айҙарова ла бар.

Сара республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан милли кейем көнөн байрам итеү сиктәрендә ойошторолдо. Мөниә Хаммат ҡыҙы инде бер нисә йыл райондың "Ағинәйҙәр ҡоро"йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Берләшмәнең маҡсаты - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, әхлаҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу. "Ағинәйҙәр ҡоро" ағзалары район башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте менән берлектә төрлө сараларҙа ҡатнаша. Бына әле лә улар флешмобҡа әүҙем ҡушылды - милли костюмдарҙа төшкән фотоларын #милликейем #национальныйкостюм #мкрб #рцнтрб #мыедина #беҙберҙәм хэштегтары менән социаль селтәрҙәргә һалды.
Мөниә Айҙарова – әүҙем кеше, тик ултырырға күнекмәгән. Ул райондың йәмәғәт тормошонда, спорт ярыштарында һәм ижади конкурстарҙа ҡатнаша. Һарт-Лабау ауылының “Шәйхулла” мәсете йыл һайын ойошторған мосолман “Саңғы юлы” ярыштарынан да ситтә ҡалмай ул. Һәләтле ҡатын «Аҡмулла нәсихәттәре» республика фольклор байрамы сиктәрендә уҙғарылған билдәле ғалим, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәновҡа арналған «Әхмәт әйтеше» бәйгеһендә яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Мөниә Айҙарова башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлауҙа, популярлаштырыуҙа, пропагандалауҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Үҙешмәкәр йырсы республика мәҙәниәт министрлығы һәм Иглин районы хакимиәте ойошторған М. Хисмәтуллин исемендәге башҡорт йырҙарын башҡарыусылар төбәк конкурсында ла көсөн һынап ҡараны. Мөниә апайҙың башҡа төрлө мауығыуҙары ла күп. Ул – ҡул эштәре оҫтаһы. Уның ырғаҡ һәм энәләр менән бәйләгән әйберҙәре йортҡа йәм биреп тора. Уңған ҡатын ғаилә ағҙаларына кейемдәр ҙә бәйләп кейҙерә.

Мөниә Айҙарованың киләсәккә пландары күп. Уның теләге - район ҡатын-ҡыҙҙары өсөн төрлө ҡыҙыҡлы акциялар, кәрәкле башланғыстар һәм социаль проекттар ойоштороу.
Читайте нас: