Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
12 Май 2020, 12:00

Шәфҡәт нуры таратыусы.

Гүзәл Ғәләүетдин ҡыҙы Садыҡова Нуриман үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә 34 йыл шәфҡәт туташы булып эшләй

Илебеҙҙә“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты тормошҡа ашырыла башлағас, медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты бермә - бер артты. Әле бынан 4 - 5 йыл элек кенә Нуриман үҙәк дауаханаһының торошо маҡтанырлыҡ түгел ине.
Хәҙерге көндә иһә был медицина учреждениеһының йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: балалар, хирургия, терапия бүлектәренә капиталь ремонт үткәрелде, поликлиникала ремонт эштәре алып барыла. “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтен автотранспорт менән тәьмин итеү эше яҡшырҙы. Хәҙер бәләкәй ауылдарҙың халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн үҙәк дауахананың бөтә кәрәкле медицина аппараттары менән йыһазландырылған мобиль автотранспорты ла бар.Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров дауаханаларҙа кадрҙар мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Боҙ урынынан ҡуҙғалды, эшкә йәш белгестәр ҙә килә башланы.
Бөгөнгө һүҙем йәштәр хаҡында түгел, ә халыҡ һаулығы һағында күп йылдар эшләгән юғары квалификациялы медицина хеҙмәткәрҙәренең береһе тураһында.
Гүзәл Ғәләүетдин ҡыҙы Садыҡова Нуриман үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә 34 йыл шәфҡәт туташы булып эшләй.Ул тыныс холоҡло, ауырыуҙарға йылы һүҙле, иғтибарлы. Шәфҡәт туташтарының эше еңелдән түгел. Улар – табиптың алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы, уң ҡулы, дауаханала барлыҡ ойоштороу эштәрен башҡара. Ауырыуҙарға табип тәғәйенләгән бөтә процедураларҙы теүәл үтәп барыу, пациенттарҙың һаулыҡ торошон даими күҙәтеү, документация эштәре, төндәрен дежур итеү ята улар иңендә. Ҙур тәжрибәгә эйә булған Гүзәл Ғәләүетдин ҡыҙының да эше табиптар менән берлектә дауаланыусыларҙың һаулыҡ торошон белешеүҙән башлана һәм оҙон көн буйына дауам итә. Яуаплылыҡ, уңғанлыҡ талап итә уның эше.
Гүзәл Ғәләүетдин ҡыҙының тыуған ере – эреле - ваҡлы күлдәр араһына һыйынып ултырған Иҫтерек ауылы. Ғүмер буйы колхозда тракторсы булып эшләгән Ғәләүетдин Камалетдин улының һәм һауынсы Мәмдүҙә Сәйфетдин ҡыҙының 10 балалы ғаиләһендә тыуып үҫә ул. Ғәҙәттә, күп балалы ғаиләлә үҫкәндәр бөтә эшкә лә оҫта була. Гүзәлдең дә эшһөйәрлеге, сабырлығы, итәғәтлелеге бала сағынан киләлер, моғайын. Ул 2 - се һанлы Өфө медицина училищеһын тамамлай һәм 1986 йылдан алып бөгөнгәсә Нуриман районы үҙәк дауаханаһында арымай - талмай халыҡҡа хеҙмәт итә.
Ул ире Самат Шәмсиәхмәт улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Венера һөнәре буйынса педагог, балалар баҡсаһында эшләй. Улдары урман хужалығы техникумын тамамлаған. Хужабикә булараҡ мал – тыуарын да, ҡош – ҡортон да ҡарарға, баҡса үҫтерергә лә, һәр төрлө өй эштәрен алып барырға ла, яратҡан шөғөлө бәйләмгә лә ваҡыт таба Гүзәл Ғәләүетдин ҡыҙы.
Донъялағы иң кәрәкле, дәрәжәле, шул уҡ ваҡытта яуаплы һөнәр эйәләренең эше һәр ваҡыт ҡатмарлы, сөнки уларҙың ҡулында кеше ғүмере. Аҡ халатлыларҙың барыһына ла сабырлыҡ, һаулыҡ, шәфҡәтлелек теләйек!
Читайте нас: