Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
15 Май 2020, 12:00

Әсәнән күргән –тун бескән...

Альбина Ғәниева үҙенең 31 йыл ғүмерен уҡытыу-тәрбиә эшенә бағышлаған хөрмәткә лайыҡ педагогтарҙың береһе

Альбина Ғәниева үҙенең 31 йыл ғүмерен уҡытыу-тәрбиә эшенә бағышлаған хөрмәткә лайыҡ педагогтарҙың береһе. Ҡасабаның беренсе һанлы мәктәбенә Өфөнөң еңел сәнғәт техникумының тегенсе етештереү технологы, технология уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергәндән һуң килә ул.
– Ата-әсәйем ҡала кешеләре булыуға ҡарамаҫтан, ҡул эштәренә бик оҫта булды. Атайым өй йыһаздарын үҙ ҡулдары менән эшләр ине, тирене үҙе эшкәртеп, шәшке, ҡуян, ондатра тиреләренән бүректәр тегә торғайны. Әсәйем йөн иләп, ойоҡбаш-бейәләй, кофталар бәйләргә бик маһир булды, – ти Альбина Фуат ҡыҙы.
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән– тун бескән, – тип юҡҡа әйтмәй халыҡ мәҡәле. Альбина Фуат ҡыҙы ла ҡул эшәренә бик оҫта. Үҙенең белгәндәрен уҡыусыларына ла еткергән. Түбән класс уҡыусыларын ырғаҡ менән бәйләргә өйрәтһә, юғары класс ҡыҙҙары башҡорт, татар милли кейемдәре тегеү менән шөғөлләнгән. Бөгөнгө көндә кейем-һалым күп булһа ла, үҙең бесеп-тегеп кейгәне ни өсөндөр килешлерәк тә, ҡәҙерлерәк тә була. Тегеү машинаһының да серҙәренә төшөндөрә уҡыусыларын, үҙ һөнәренә мөкиббән киткән педагог. Бөгөнгө ябай булмаған ваҡыттың бер минутын да әрәм итмәй Альбина Ғәниева.
– Ҡул эштәре менән булыу миңә һәр саҡ оҡшай. Кресло, ултырғыс өҫтәренә төрлө ептәрҙән япмаларҙы ырғаҡ ярҙамында бәйләйем, татар ҡыҙҙарының ҡалпағын да эшләп ҡараным, ҡурсаҡтарҙы ла үҙем бәйләп яһайым, балалар баҡсаһына, приюттарға бүләк итәм, – ти ҡул эштәре оҫтаһы.
Айгөл Шаймөхәмәтова,
Шишмә районы.
Читайте нас: