Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
12 Август 2020, 12:30

Йәшәү мәғәнәһе

Йәшәү мәғәнәһе – бөтә нәмәгә лә һөйөү менән бағып, яратып йәшәүҙә, – ти Ҡара-Яҡуп ауылында йәшәүсе Вәсилә Иманғолова.

Тыныс холоҡло, бар эшкә лә өлгөр Вәсиләнең йөҙөндә нур һибелә, күҙҙәрендә йондоҙ балҡышы. Бар мосолман донъяһы Ҡорбан ғәйетенә әҙерләнә. Ҡара-Яҡуплылар ҙа мәсеттәрен йыуып-йыйып йөрөгән саҡта осраштыҡ был уңғанбикә менән. Атай-әсәһе өлгөһөндә тәрбиәләнгән Вәсиләгә мәктәптең пионер дружинаһы, комсомол ойошмаһы әүҙемлек сифаттарын да етерлек биреп өлгөргән. Ә инде Рәми Ғәрипов исемендәге интернат-мәктәптең 9–10 класын тамамлау уның ҡанаттарын тағы ла нығыта төшә.
– Ваҡиғаларға бай, берҙәм, дуҫ булып йәшәнек, уҡыныҡ, эшкә өйрәндек ошо күп ғаиләле белем усағында. Әле лә бер-беребеҙҙе күрһәк – «йығылып» китәбеҙ, – тип хәтерләй әңгәмсем. – Тап ошо ваҡытта тәүге тапҡыр телевидениела балалар өсөн «Йәйғор» һәм радионың «Пионер осҡоно» тапшырыуҙарын алып барыу бәхетенә ирештем дә инде, – ти Вәсилә Фәрит ҡыҙы.
Баласаҡтан геолог булырға хыяллана ҡыҙ, сәнғәткә һөйөү үҙенекен итә, Өфө дәүләт сәнғәт иститутына уҡырға инә, I курсын тамамлағас, каникул ваҡытында Бабик егете Рәис Әхмәтйәновҡа кейәүгә сығып китә, улар ике ул үҫтерәләр, бөгөнгө көндә күп милләтле ғаилә – мордва, ҡаҙаҡ килендәренән кинәнеп, ҡәнәғәт булып ике ейәнсәргә олатай, өләсәй булып татыу йәшәйҙәр. – М. Аҡмулла исемендәге университетка 43 йәшемдә уҡырға индем, Ҡара-Яҡуп мәктәбендә тарихтан балаларға белем бирҙем. Ә сәнғәт барыбер үҙенә тартты, - ти халҡыбыҙ моңона ғөрөф-ғәҙәттәренә ғашиҡ Вәсилә. Районда берҙән-бер башҡорт халыҡ фольклор төркөмө «Гөлнәзирә» бына 25 йыл инде халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, моңон тергеҙеп, Дим буйында үҫкән, күренекле шәхестәребеҙ Рәсимә Ураҡсина, Розалия Солтангәрәева әҫәрҙәрен Ҡара-Яҡуп мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Рәүиҙә Солтан ҡыҙы Ғәрәеваның шиғыр, йырҙарын ҡулланып ҙур сәхнәләрҙә лә сығыш яһай. Бында ла Вәсилә Иманғолованың өлөшө ҙур. Шишмә район телевидениеһе асылғас, тапшырыуҙарҙы өс телдә, урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә алып барыусы ла Вәсилә Фәрит ҡыҙы булды.
– Көндәлек тормошта Вәсилә өҙгөс, өтөп-ҡырып, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырырға яратмай, – ти ауылдаштары йылмайып.
– Энергия сығанағым – атай-әсәйем, йәштәре оло булыуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә 70 һарыҡ аҫырап йәшәйҙәр. Һөйөп, һөйөлөп, тормоштан ҡәнәғәт булып йәшәү үҙе ҙур бәхет. Күңелем тыныс, эсем тулы йыр, йырлап уянам да, көн буйы йырлап йөрөйөм, – ти бәхетле әсә, һөйөклө ҡатын, яҡшы ҡәйнә, яратҡан өләсәй Вәсилә Фәрит ҡыҙы Иманғолова-Әхмәтйәнова.
Читайте нас: