Сетерекле хәл килеп тыуһа йәки хәүеф янағанда, сирләп киткәндә кемгә мөрәжәғәт итәһең? Әлбиттә, телефонда 112 һандарын йыйып, берҙәм дежур - диспетчер үҙәгенә шылтыратаһың.
2010 йылда Шишмә районында булдырылған был үҙәк ҡасабаның 75-се янғын һүндереү часе базаһында уңышлы эшләй.
6 хеҙмәткәр - өлкән диспетчер һәм 4 дежур диспетчерҙан торған коллектив тураһында шишмәләрҙән тик маҡтау һүҙҙәрен генә ишетергә була. Махсус белем алып сыҡҡан диспетчерҙар тарафынан аҙнаһына 500 мөрәжәғәт эшкәртелә. Белем, тиҙлек, иғтибар, яуаплылыҡ талап иткән был һөнәр эйәләренән кешене килеп тыуған хәлдән дөрөҫ сығарыу өсөн ваҡытында әйтелгән кәңәштәр талап ителә. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһенә медицина, полиция хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы кәрәк булһа, ә икенселәр янғын, юл һәләкәте, буран, юлдар таҙартылмауы тураһында хәбәр итә.
Диспетчерҙар Людмила Курочкина, Гүзәл Миһранова, Эльмира Ғәликәйева һәр кемдең үтенес, һорауына иғтибарлы һәм кешеләрсә мәрхәмәтле.