Нуриман районының Сураш ауылында йәшәгән Тәғзимә Булатова 7 ғәзиз балаһының, 23 ейән - ейәнсәренең, 27 бүлә - бүләсәренең тәрән һөйөүен тойоп, ауылдаштарының хөрмәтенә ҡыуанып, матур уҙған ғүмер юлынан, оло хеҙмәтенән ҡәнәғәтлек кисереп йәшәй.
Тормошто яратыуы, барынан ҡәнәғәт була белеүе, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәте, сәләмәт тормошта йәшәүе ағинәйҙе оҙон ғүмерле иткәндер тип иҫәпләй уның яҡындары. 90 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Тәғзимә Ялалетдин ҡыҙының хәтере лә яҡшы, күҙҙәре лә әйбәт күрә, һаулығы ла ныҡ. Ул К. Маркс исемендәге колхозда сынығып эшләгән йылдарын һағынып иҫкә ала, бергә һыйыр һауған, ураҡ урған, бесән сапҡан, көтөү көткән ауылдаштары менән бәйле хәтирәләргә лә йыш бирелә.
Юбилейы уңайынан Тәғзимә Булатованы район хакимиәте вәкилдәре, ауылдаштары, балалары ихлас ҡотланы.Улар юбилярға тағы ла оҙон, бәрәкәтле ғүмер теләп, иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырҙы.