Һуңғы йылдарҙа Благовещен районының Арҡауыл ауыл Советы депутаты Рәүзиә Хәмиғулла ҡыҙы Мөхәмәтшина ауылдаштары мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу йәһәтенән күп эштәр алып барыуы менән халыҡ араһында оло хөрмәт ҡаҙана.
Халыҡты бергә туплаған депутат Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл асыуҙы ойоштороуға ла өлгәште. Берҙәм ауыл халҡы ла, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа бергә тупланып "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", Шәжәрә байрамдарын да дәррәү үткәрҙе. Рәүзиә Мөхәмәтшина етәкселегендә балалар майҙансығы ла ҡуйылды, ағас ултыртыу акциялары, өмәләр ҙә, һайлау кампаниялары ла ойошҡанлы уҙа. - Халыҡ араһында һүҙе үткән, тыуған ауылы, яҡташтары өсөн тырышып йәшәгән, эшләгән, ярҙамсыл, тәүәккәл, егәрле була белгән Рәүзиә апай ысын шәхес, оҫта ойоштороусы ла, - ти Иҫке Надеждин ауыл хакимиәте башлығы Андрей Караваев.
Ул үҙе шундай яғымлы, мөләйем булғас уға халыҡ тартыла, кәңәш - ярҙам һорап та, изге күңелле Рәүзиәгә мөрәжәғәт итә. Был ауыл хакимиәтендә башҡорт менән урыҫтың ысын дуҫлығын сағылдырған мөнәсәбәт ныҡлы урын алған. Арҡауыл ауылына күрше булған Иҫке Надеждин, Ахлыстин, Быков ауылдары халҡы бер - береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә, байрам -юбилейҙарҙа осрашып, уларҙы гел бергә үткәрә. Бына ошо ауылдарҙың вәкилдәре 7-се ноябрҙә Мөхәмәтшиндарҙың күркәм, ҡунаҡсыл йортона йыйылышып килеп, Рәүзиә апайҙы 55 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. Үҙенең исеменә тик изге теләктәр, матур, иҫтәлекле бүләктәр, сағыу гөлләмәләр ҡабул иткән юбиляр бындай мөғәлләмәнән, иғтибарҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Берҙән үҙен хөрмәтләп килгән яҡташтарына рәхмәтле булһа, икенсенән ул күңеле менән һөйөклө иренә, яратҡан балаларына, ейән - ейәнсәрҙәренә, ҡәҙерле ауылдаштарына кәрәкле булыуын да тойҙо, күңеленән рәхмәттәр уҡыны. Ошолай бөгөнгөсә һәр кешегә кәрәк тә, терәк тә булып, оҙаҡ йылдар дауамында бәхетле йәшәргә яҙһын һиңә, Рәүзиә Хәмиғулла ҡыҙы. Тормош ҡуйған ике бишлене һин тик яҡшы, кәрәкле эштәрең, изгелектәрең менән ҡаршы алдың. Алда ла, матур ғүмер байрамдарың күп булһын. Уларҙы яҡындарыңдың ҡәҙер - хөрмәтендә генә ҡаршы ал.