Ауыр саҡта, айырыуса быйылғы коронавирус сире ҡоторған мәлдә ололарға, күп балалы, мохтаж ғаиләләргә, инвалидтарға оло ярҙам күрһәткән мәҙәниәт өлкәһе ирекмәндәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Был осорҙағы изге эштәрҙән Благовещен ирекмәндәре лә ситтә ҡалманы. Мохтаждарға йылы һүҙен, кәрәкле кәңәшен дә йәлләмәгән мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре уларҙы ваҡытында аҙыҡ - түлек, йыуыу кәрәк - яраҡтары, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Республикалағы үҙ ирке менән ярҙам күрһәтеүселәрҙең эшен үҫтереү буйынса үҙәк етәкселеге мәҙәниәт ирекмәндәренең яуаплы эшен, үҙ өҫтөнә алған бурысты теүәл үтәгәне өсөн рәхмәт хаттары менән билдәләп үтте. Улар араһында Благовещен районының мәҙәниәт әһелдәре булыуы икеләтә ҡыуаныслы.