Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
19 Ноябрь 2020, 11:50

Оҫталар эше юғары баһаланды

Ойоштороусылар тарафынан уларға аҡсалата премиялар ҙа тапшырылды.

Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Рәсәй сәнәғәт предприятиеларының профсоюз ойошмаһы тарафынан ойошторолған "Башҡортостан оҫталары" конкурсында ҡатнашты.
Инструменталь цех туҡыусыһы Марс Дәүләтшин, баш технолог бүлегенең әйҙәүсе инженер - технологы Альберт Ямалетдинов, механик йыйыу эштәре цехының слесары Алексей Мещеряков үҙенең тырышлығы аша һөнәренең барса нескәлектәрен аса алды. Шуға ла Благовещен оҫталары башҡаларҙан ҡалышмай, призлы урындарға сығып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Ойоштороусылар тарафынан уларға аҡсалата премиялар ҙа тапшырылды.
Читайте нас: