

Өфө районы Ҡарашиҙе ауылы ағинәйе Зилә Әхтәм ҡыҙы Мосабирова ошо көндәрҙә 75 йәшен тултырҙы. Дәһшәтле 41-се йылдың октябрь айында тыуған ҡыҙға Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла, Еңеүҙән һуң да тормоштоң ауырлыҡ-михнәттәрен күп татырға тура килә, ғаиләләре бар ил кисергәнде кисереп, аслы-туҡлы йәшәй.
Ауылда тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән тырыш була, оҫта ашнаҡсы, ҡул эштәренә лә маһир, уҡыуҙа ла алдынғы. Мәктәптән һуң Өфөлә автобус кондукторы булып эшкә инә. Әммә артабан уҡып һөнәр алыу теләге уны училищеға алып килә. Унда тегенсе һөнәрен үҙләштереп, 8 Март исемендәге “Мир” тегеү фирмаһында ун йылға яҡын эшләй. Уңған ҡыҙға егәрле егет тә тап була, бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң йәштәр бергә донъя ҡора. Тормош иптәше Фаил Зәйтулла улы ғүмере буйы БНЗС-та эшләй. Хеҙмәте командировкалар менән бәйле була, хатта Ливияға ла барып эшләп ҡайта. Зилә апай ул арала нефть училищеһын тамамлап, ғилми-тикшеренеү институтына лаборант булып эшкә урынлаша. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Мосабировтар үҙҙәренә ышанып тапшырылған эште намыҫлы үтәй. Бына 51 йыл инде шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡ итеп, Зилә апай менән Фаил ағай матур донъя көтә. Биш балаһын да улар әҙәпле, күркәм холоҡло, намыҫлы итеп тәрбиәләгән. Һәр ҡайһыһы ғаиләле, ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй эшләй, балалар үҫтерә.
Хаҡлы ялға сыҡҡан Мосабировтар Ҡарашиҙелә яңы йорт һала. Әсәйҙәренең бешергән туҡмаслы ашын, баллы сәк-сәген, самауырлы сәйен һағынып балалары ла йыш ҡайта атай нигеҙенә.
Һуңғы 3-4 йыл тынғыһыҙ холоҡло, егәрле апайыбыҙ ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй башланы. Районыбыҙҙың һәр бер ауылында тиерлек биләмә башлығының төп таянысы, халыҡты урындағы власть менән бәйләп тороусы старосталар һайланды. Улар араһында ауылдаштары менән уртаҡ тел табып, проблемаларҙы хәл итеүҙә ҙур тырышлыҡ һалып эшләүсе Ҡарашиҙе ауылы егете, хәрби пенсионер подполковник Мәсхәр Ғәлимов та бар.
- Зилә апай – минең уң ҡулым, уның менән берлектә әллә күпме проблемаларҙы йырып сыҡтыҡ, - ти староста Мәсхәр Мөхәмәтйән улы. Ауылдаштарын был эшкә ҡушыу ғына түгел, үҙе лә ең һыҙғанып эшләй.
Районыбыҙҙың ошо берҙән-бер башҡорт ауылына беренсе тапҡыр редакция эше менән килгәндә ҡулдарына салғы тотоп, урам буйлап тирләп-бешеп кесерткән сабып йөрөгән 70-80 йәшлек инәйҙәрҙе күреп хайран ҡалғайным.
- Ауылыбыҙ бәләкәй булһа ла, халҡы берҙәм, тырыш. Бөтә эштәр ҙә ауыл кешеләре ярҙамы, көсө менән башҡарыла, күмәкләп тартҡан йөк еңелерәк була бит, - тигәйне ул ваҡытта Зилә апай.
Күп тә үтмәй ауыл байрамына саҡырҙылар. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, мин үҙемде бөтөнләй икенсе урынға килеп эләккән һымаҡ тойҙом. Ауыл уңғандары йәштәр менән берлектә эштәрен ауыл зыяратын, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыны, сүп-сар түгеү урынын тәртипкә килтереүҙән башлаған. Шулай уҡ бергәләп эскелекте, өйҙән хәмер һатыуҙы туҡтатҡандар. Бынан тыш, ауыл халҡы өмә ойоштороп тирә-яҡтағы шишмә, ҡоҙоҡтарҙы тәрбиәләгән, сүп-сарҙан арынған. Байрамда төрлө конкурс номинацияларында еңеү яулағандарҙың шатлыҡтарын күрһәгеҙ икән! Яҡташтары академик Фәнил ағай Фәйзуллиндың ҡулынан алған приздарын һаман иҫкә алып ҡыуана улар. Байрам аҙағында бергәләп самауыр сәйе эсеүҙәр, әңгәмә ҡороу үҙе ни торҙо!
Баш ҡала театр-филармонияларына күмәкләп барып, күңелле ял итеп, гөрләшеп йәшәгән Ҡарашиҙе ауылы ағинәйҙәре юлдарҙы йүнәтергә, данлыҡлы яҡташтары Зиннәтулла Булашевҡа таҡтаташ асырға, уның музейын ойошторорға ла уйлай. Мәсет һалырға ла иҫәбе бар ауылдаштарҙың. Почталары юҡ, әммә “Йәйғор”ҙоң иң күп тиражы ошо яҡтарҙа таратыла.
Ҡарашиҙе ауылының, ысынлап та, һуңғы йылдарҙа яңы һулыш алғанлығы, яҡшы яҡҡа үҙгәрә барыуы һиҙелә. Черкассы ауыл биләмәһе башлығы Рәмзиә Гәрәева кеүек рухлы етәкселәр, халҡым тип янып-көйгән староста Зилә Әхтәм ҡыҙы һымаҡ патриот ағинәйҙәр булғанда ауылдың киләсәге бар тигән ышаныс ярала күңелдә.