Йәйғор
+15 °С
Дождь
Яҡташтар
31 Декабря 2020, 21:00

Ғүмер бер генә, урман – мәңгелек

Нуримандарҙың шөһрәтле яҡташтары араһында Башҡортостандың тәүге урман хужалығы министры Марсель Абдулов айырым бер урынды алып тора. Марсель Хәбиб улы ғүмеренең утыҙ йылын урмансылыҡ тармағына бағышлаған, республикабыҙҙа сирек быуат (1966 – 1991 йылдар) министр булған.
СССР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған урман белгесе, РСФСР Дәүләт премияһы лауреаты М. Х. Абдулов 1930 йылдың 8 майында Нуриман районының Ҡурансы ауылында тыуа. Атаһы Хәбиб Насибулла улы Абдулов Нуриман район Советы башҡарма комитеты рәйесе була, һуңынан Нуриман урман хужалығы директоры итеп тәғәйенләнә. Һуғыш башланғас, фронтҡа китергә бик теләй, ләкин ебәрмәйҙәр. 1947 йылда хеҙмәт вазифаһын үтәп йөрөгәнендә бандиттар ҡулынан һәләк була. Марсель атаһының эшен дауам итергә ҡарар ҡыла. Мәктәпте тамамлағас, Ленинград урман-техник академияһына уҡырға китә, тик аҙаҡ, әсәһенең үтенесен тыңлап, яҡынға – Башҡортостан ауыл хужалығы институтына күсә. Урман хужалығы инженеры дипломын алғас, 1953 йылда тыуған районында лесничий булып эш башлай. Йәш белгес урман хужалығы тармағын үҫтереүгә бар көсөн, тырышлығын һала, нигеҙле яңылыҡтар тәҡдим итә. 1961 йылда уны Башҡорт АССР-ы буйынса Урман хужалығы һәм урмандарҙы һаҡлау инспекцияһы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Биш йылдан республиканың урман хужалығы министры итеп ҡуялар.
– Урман белгесе – иртәгәһе көн кешеһе ул, урманды ултыртып үҫтерер өсөн тиҫтәләрсә йылдар кәрәк, – тип ҡабатларға ярата Марсель Хәбиб улы.
Абдулов республикала урман хужалығы тармағын хасил итә, тотош илдә әһәмиәтле һәм абруйлы урын биләрлек кимәлгә еткерә. Уның башланғысы менән Рәсәйҙә беренсе лимонарий һәм урман ризыҡтары цехы төҙөлә, Урман музейы, Өфө урман хужалығы, Парк урмансылығы, Урманды һаҡлау үҙәге, ағас орлоғо фабрикалары, питомниктар, дендрарий асыла. Башҡортостан урман белгестәре исемендәге паркта ҡырағай хайуандар өсөн вольер, Нуриман, Борай һәм Бөрйән райондарында урман-һунарсылыҡ хужалыҡтары булдырыла. Нуриман районындағыһында сыбар боландар, мысыр тауыҡтары (цесаркалар), ҡырғауылдар (фазандар) үрсетелә. Сыбар боландар һаны 200-гә етә.
Министр кадрҙар мәсьәләһенә лә етди ҡарай. Мәктәптәрҙә үк урмансылыҡ нигеҙҙәрен өйрәтеүгә, тармаҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыуға башланғыс һалына. 1967 йылда Нуриман районында Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Павловка урман һөнәрселек-техник училищеһы, Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (хәҙерге Башҡортостан дәүләт аграр университеты) урман хужалығы факультеты асыла. 2011 йылда был юғары уҡыу йортонда уҡыусылар өсөн М. Х. Абдулов исемендәге стипендия булдырыла.
Өфө тирәләй, Ағиҙел, Өфө, Дим йылғалары буйында урмандар үрсетелә. Уның тырышлығы менән Бәләбәй ҡалҡыулығының яланғас һырттарына ағастар ултыртыла.
Яҡташыбыҙҙың бер туған һеңлеһе Лидия Хәбиб ҡыҙы Абдулова ағаһын оло ихтирам һәм яратыу менән иҫкә ала:
– Саялыҡ, юғары яуаплылыҡ тойғоһо уға атайыбыҙҙан күскән, ә әсәйебеҙ Ғәзизә Әхбир ҡыҙынан, ул башланғыс кластар уҡытыусыһы ине, тәрән аҡыл һәм түҙемлелек бирелгән. Ә урманды, ғөмүмән, бөтә гүзәллекте нисек ярата ине ул! Байрамдарҙа нисек күңел аса торғайны! Аккордеонда, баянда һәйбәт уйнай, йырлай ине. Етмеш йәшлек юбилейында һәр бер ҡунаҡҡа «Урман – минең ғүмерем. Абдулов М. Х.» тип яҙылған бәләкәй генә сувенирҙар бүләк итте. Яҡшы ғаилә башлығы, атай, хәстәрлекле ағай ине. Уны шул тиклем ныҡ һағынабыҙ.
Сит телдәр уҡытыусыһы Лидия Абдулова ағаһына көнбайыш илдәрендә сыҡҡан журналдарҙан мәҡәләләрҙе тәржемә итеп бирер була. Белгес башҡа илдәр тәжрибәһен шулай итеп өйрәнә. Йылдар үтә. Бөтә донъяның урман хужалығы белгестәре Башҡортостандағы эштәрҙе ҡарарға, тәжрибә уртаҡлашырға килә башлай. Ә күрһәтәһе эштәр күп була. Мәҫәлән, Туймазы районындағы текә битләүҙәрҙә 1958 йылға тиклем ғүмерҙә ылыҫлы ағастар үҫкәне булмай. Ә хәҙер улар райондағы бөтә урмандарҙың 25 процентын тәшкил итә. Орлоҡто Белорет районынан алалар. 40 гектарҙа база питомнигы асаларэ. Бында бөтә республика өсөн үрсетмә материал үҫтерәләр. Махсус ойошторолған механизацияланған мобиль отрядтар текә битләүҙәрҙең һикәлтәле урындарын һәм йырындарҙы тигеҙләй. Был ысул бөтә донъяла танылыу ала һәм ҡулланыу таба. Шуға сит ил ҡунаҡтары бигерәк тә шул ысулды өйрәнергә тип килер була.
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, «Почет Билдәһе» ордендары кавалеры Марсель Абдулов 2007 йылда вафат була һәм Өфөлә ерләнә. Данлы яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереп, Ҡандра күле буйындағы ҡарағайлыҡ эргәһенә стела ҡуйыла, Өфөлә Урман хужалығы министрлығының ул үҙе төҙөткән элекке бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ эленә. Ә иң ҙур һәм мәңгелек һәйкәл – Марсель Абдулов һаҡлап ҡалған, ул ишәйткән, үрсеткән һәм үҫтергән урмандар, әлбиттә.

Читайте нас