Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
10 Декабрь 2021, 08:43

Дуслыҡ ептәре нығый

Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова Башҡортостан делегацияһы составында Беларусь Республикаһында булып ҡайтты.

Дуслыҡ ептәре нығый
Дуслыҡ ептәре нығый

Сәфәрҙең маҡсаты - Башҡортостан һәм Белоруссияның власть органдары һәм төрлө өлкәләге бизнес араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Саралар Еңеү монументына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә сәскәләр һалыуҙан башланды. Белорусь ерендә ил аҙатлығы өсөн башын һалған күп кенә иглиндар ҙа ерләнгән.

Иглин районы республикала белорус мәҙәниәте үҙәге булып һанала. Балтика ауылында белорус тарихи-мәҙәни үҙәге урынлашҡан. Быйыл сентябрь айында Брест өлкәһенең Жабинка ҡалаһы менән хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәре урынлаштырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған ине. Документҡа ярашлы агросәнәғәт, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, туризм һәм башҡа өлкәләрҙе үҫтереү күҙаллана. Әлеге сәфәр барышында тантаналы шарттарҙа Жабинка районы башҡарма комитеты рәйесе Вадим Кравчук менән саралар планын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Дуслыҡ ептәре нығый
Дуслыҡ ептәре нығый
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: