Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Декабрь 2021, 08:56

Тәбиғәткә ғашиҡ Хәйруллин

Башҡортостан Республикаһы “Нуриман урмансылығы” дәүләт автоном учреждениеһы Исай участкаһының өлкән мастеры Әхәт Хәйруллин  иҫке йылдың һуңғы көндәрендә “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исемде алды.

-Урмансылыҡ эшенә һалған хеҙмәт юлымды хөрмәтләп, уға ыңғай баһа биргән республика етәкселегенә тик рәхмәт һүҙҙәремде һәм яҡшы теләктәремде юллайым. Бөтә аңлы ғүмеремде ошо изге эшкә арнаған кеше булараҡ, һайлаған һөнәремде лә, йәшәгән еремде лә бер нәмәгә алыштырманым. Ошо йылдар эсендә ултыртылған күпме йәш үҫентеләр, уларҙың ерегеп китеүе өсөн башҡарылған мөһим эштәр беҙҙең егәрле коллективтың хеҙмәт емеше булып тора тиһәм дә хаталанмам, -тип һөйләне Әхәт Тимерғәли улы.

 Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте тигәндәй, урман үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Әхәт Хәйруллинды хеҙмәттәштәре, Яңы Күлдәге ауылдаштары, район халҡы, туғандары ла бындай юғары исем алыуы менән ихлас ҡотланы.Урман тармағына иғтибар бермә-бер артҡан осорҙа, урмансыларға ҡуйылған етди бурыстарҙы алдағы көндәрҙә лә имен-һау үтәргә яҙһын!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: