Йәйғор
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Декабрь 2021, 08:59

Яковлевтың сираттағы китабы

2021 йылды оҙатҡан саҡта “Благовещен районының почетлы гражданы”, абруйлы табип, билдәле шағир Николай Яковлевтың 14-се тапҡыр баҫылып сыҡҡан китабының исем туйы үтте. Уның “Мгновения нашей жизни” тигән шиғырҙар йыйынтығы китапхана фондын яңы китап булараҡ тулыландырҙы һәм шағир ижадына ғашиҡтарға Яңы йыл алдынан ҙур бүләк тә булды.

Яковлевтың сираттағы китабы
Яковлевтың сираттағы китабы

Йыл барышында район китапханаһында һәм уның филиалдарында күп әһәмиәтле, йөкмәткеле саралар йыллыҡ планға ярашлы йыш үткәрелде. Эпидемиологик хәл торошон күҙ уңында тотоп, оло йәштәге китап уҡыусыларына китапханасылар китап, ваҡытлы матбуғатты йортона тиклем алып барып биреү ҙә ойошторҙо.

2021 йылды оҙатҡан саҡта “Благовещен районының почетлы гражданы”, абруйлы табип, билдәле шағир Николай Яковлевтың 14-се тапҡыр баҫылып сыҡҡан китабының исем туйы үтте. Уның “Мгновения нашей жизни” тигән шиғырҙар йыйынтығы китапхана фондын яңы китап булараҡ тулыландырҙы һәм шағир ижадына ғашиҡтарға Яңы йыл алдынан ҙур бүләк тә булды.

Благовещен районының муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы Благовещен район биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Людмила Хван әйтеүенсә, яңы китап донъя күреүе - яңы тыуған сабый менән бер. Николай Ивановичтың сираттағы ижад емеше – шиғырҙар йыйынтығын беҙ күмәкләшеп көтөп алдыҡ. Хыялында йөрөткән теләген тормошҡа ашырған шағир үҙен дә, уның ижадына ғашиҡ благовещендарҙы ла иһә ысын мәғәнәһендә бәхетле итте.

Райондың абруйлы кешеһе Н.М.Яковлев китабының исем туйында бик күп ҡотлау һүҙҙәре ҡабул итеп һөйөндө һәм шиғырҙарының халҡына хеҙмәт итеүе өсөн ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: