Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Март 2022, 12:13

Һәр кем үҙ урынында фиҙакәрлек күрһәтә...

Благовещен ҡала мәҙәниәт һарайында һөйөклө әсәйҙәргә, хәстәрлекле апай-һеңлеләргә, төрлө өлкәлә эшләгән һәм билдәле уңыштарға өлгәшкән егәрле хеҙмәткәрҙәргә “Йыл ҡатын-ҡыҙы” премияһы тапшырылды.

Һәр кем үҙ урынында фиҙакәрлек күрһәтә...
Һәр кем үҙ урынында фиҙакәрлек күрһәтә...

Яҙ менән бергә наҙ, йәшлек, моң һибелә, ер йәшәрә, тәбиғәт йәмләнә. Яҙ - ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше, кешегә ғүмер бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫлеккә әйләнә.

Благовещен ҡала мәҙәниәт һарайында һөйөклө әсәйҙәргә, хәстәрлекле апай-һеңлеләргә, төрлө өлкәлә эшләгән һәм билдәле уңыштарға өлгәшкән егәрле хеҙмәткәрҙәргә “Йыл ҡатын-ҡыҙы” премияһы тапшырылды.

Иң-иңдәр, эше менән маҡтаулылар араһында балалар белем биреү технопаркы директоры, дүрт бала әсәһе Гөлнара Фәхретдинова, 37 йыл ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған Благовещен үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһында өлкән шәфҡәт туташы, игеҙәк ҡыҙҙарына әсәй, өс ейәненә өләсәй, “Дуҫлыҡ” татар йыры ансамбле йырсыһы булған Әнфисә Әйүпова, "Онгырйук" мари фольклор ансамбле ағзаһы, Благовещен арматура заводы туҡыусыһы Галина Ашиева, "Торгремстрой" йәмғиәтенең участка мастеры Альбина Солтанова, Балалар – үҫмерҙәр спорт мәктәбендә егерме йыл эшләү дәүерендә өс меңдән артыҡ йәш спортсы тәрбиәләгән тренер-уҡытыусы Рәйсә Холоденко, Балалар сәнғәт мәктәбенең рәсем уҡытыусыһы, сағыу һүрәттәре менән ҡала урамдарын биҙәгән Наталья Попова, "Домоустроитель" фирмаһы ашнаҡсыһы, тәмле аш-һыу оҫтаһы Нәфисә Евдокимова,  "Праймсервис" йәмғиәтенең иң уңған йыйыштырыусыһы Миңлегөл Абдрахманова, мөләйем һатыусы Жанна Мандеева, инженер-метролог Анна Торопова, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса өлкән инспектор вазифаһын намыҫлы башҡарған полиция майоры, күп миҙалдарға лайыҡ Оксана Новичкова, абруйлы ветеринария санитары Татьяна Кочкина, Благовещен ҡалаһындағы төҙөлөш колледжының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Диләрә Миндеева, Благовещен күп профилле колледжының уҡытыу мастеры Татьяна Домрачева, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының яҙыусылар Союзы ағзаһы, киң билдәле шағирә, күп китаптар авторы Римма Романова булды.

Төрлө тармаҡтарҙа фиҙакәр эшләүсе гүзәл заттар, хеҙмәт алдынғылары район хакимиәте тарафынан булдырылған “Йыл ҡатын-ҡыҙы” премияһын алып ҡыуанды. Һәр кем үҙ урынында фиҙакәрлек күрһәтһә, эшен бар яуаплылыҡ менән башҡарһа, Благовещендың киләсәге имен, тигән һүҙ.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: