Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
23 Март 2022, 14:25

Халҡыбыҙ хөрмәтенә лайыҡ

Республикала “Ҡатын – ҡыҙ – милләт әсәһе” бәйгеһе алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Был сарала үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләгәндәр һанының йылдан – йыл арта барыуын һәм конкурсҡа башҡа төбәк вәкилдәренең дә күпләп ҡушылыуын иҫәпкә алғанда, бәйгенең абруйы арта барыуы тураһында фекер йөрөтөргә була.

Халҡыбыҙ хөрмәтенә лайыҡ
Халҡыбыҙ хөрмәтенә лайыҡ

Республикала “Ҡатын – ҡыҙ – милләт әсәһе” бәйгеһе алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Был сарала үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләгәндәр һанының йылдан – йыл арта барыуын һәм конкурсҡа башҡа төбәк вәкилдәренең дә күпләп ҡушылыуын иҫәпкә алғанда, бәйгенең абруйы арта барыуы тураһында фекер йөрөтөргә була.

         Конкурстың маҡсаттары изге – әсәйҙәрҙең йәмәғәт эшмәкәрлеген үҫтереү, уларҙың статусын күтәреү, ғаилә һәм рухи – әхлаҡи ҡиммәттәрҙе нығытыу, телебеҙҙе тергеҙеү һәм һаҡлау, әсәлектең баһаһын арттырыу.

         Нуриман районында үткән был конкурста быйыл Гран – При- ға “Ҡатын – ҡыҙ – педагог” номинацияһында еңеп сыҡҡан Ғирфанова Фәнзилә Әхмәтғәле ҡыҙы лайыҡ булды. Ул – Красная Горка мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Уҡытыу тәжрибәһе бай уның, шуға ла  даими рәүештә асыҡ дәрестәр бирә, ултырыштарҙа методик тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Районда, республикала үткәрелгән  туған тел мәсьәләләренә арналған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша ул. Фәнзилә Әхмәтғәле ҡыҙы уҡыусыларын тел, әҙәбиәт буйынса ижади эшкә оҫта йәлеп итә, уларҙы ғилми конференцияларға әҙерләй. Сығарылыш класы етәксеһе булараҡ, профориентация эшенә лә етди иғтибар бүлә.

         Конкурс барышында бәйгеселәрҙе баһалау критерийҙары күп төрлө булды. Иң мөһиме –  конкурсанттар үҙҙәре өлгөлө әсәй булырға тейеш. Фәнзилә Әхмәтғәле ҡыҙына килгәндә, улар ире Илдар Әлфир улы менән күркәм холоҡло ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге ваҡытта ғаилә башлығы улдары Азамат һәм Ансар менән вахта ысулы менән йөрөп эшләй. Ҡыҙҙары Гөлназ Екатеринбург ҡалаһында медицина колледжында белем ала. Татыу ғаилә усағын һәр саҡ йылы тотоу әсә кешенең иңенә төшә. Яҡындарын тәмле аштарын бешереп,татлы торттар әҙерләп, зауыҡлы кейемдәр бәйләп көтөп ала ул. Һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә үҫкән ҡыҙ бала булараҡ, Фәнзилә Әхмәтғәле ҡыҙы халыҡ педагогикаһының тәрбиә алымдарын яҡшы белә. Был һыҙат уға әсәһенән күскән.

         Уҡытыусы башҡорт милли кейемен пропагандалауға, ғөрөф – ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә һәм һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерә. Башҡорт телен артабан үҫтереү өсөн янып – көйөп йәшәй. Ошо эштәре өсөн март башында Өфө ҡалаһында  үткән “Ҡатын – ҡыҙ – милләт әсәһе”  конкурсының йомғаҡлау этабында Фәнзилә Әхмәтғәле ҡыҙы “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалауҙағы ҡаҙаныштары һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн” Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

         Тиҫтә йылдар дауамында йөҙәрләгән балаға белем биреп кенә ҡалмаған, ә уларҙы милләт вәкиле булараҡ та тәрбиәләгән Фәнзилә Әхмәтғәле ҡыҙы халҡыбыҙ хөрмәтенә лайыҡ!

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: