Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
26 Апрель 2022, 09:47

Хеҙмәттә үткән ял көнө

Район ауылдарында, төрлө ойошма – учреждениеларҙа үткән өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан халыҡ ҡыштан йыйылып ятҡан сүп-сар ҡалдыҡтарын, былтырғы япраҡ-ботаҡтарҙы йыйыштырҙы. Берҙәм, егәрле халыҡ республикала иғлан ителгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһын дәррәү күтәреп алды.

Хеҙмәттә үткән ял көнө
Хеҙмәттә үткән ял көнө

Уҙған ял көндәрен Өфө районы халҡы файҙалы эштәр һәм күңелле саралар менән ҡаршы алды.

Район ауылдарында, төрлө ойошма – учреждениеларҙа үткән өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан халыҡ ҡыштан йыйылып ятҡан сүп-сар ҡалдыҡтарын, былтырғы япраҡ-ботаҡтарҙы йыйыштырҙы. Берҙәм, егәрле халыҡ республикала иғлан ителгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһын дәррәү күтәреп алды.

 57 йәшендә мәрхүм булған, 13 йыл дауамында Булгаков ауыл хакимиәтен етәкләгән Александр Мельников иҫтәлегенә тематик аллеяға ағастар ултыртылды.Төҙөлөп килгән Яңы Булгаков мәктәбе территорияһында ҡалҡып сыҡҡан аллея киләсәк быуындар өсөн Александр Мельниковтың яҡшы эштәренә баһа булып торор. Ошо йылдар эсендә ауыл хакимиәте башлығы Александр Николаевич тарафынан ауыл халҡы өсөн күпме шарттар тыуҙырылған: светодиодлы уттар менән урамдар яҡтыртылған, саҡрым-саҡрым юлдар, яңы һыу үткәргестәр һалынған, таҙалау ҡоролмалары, ике балалар баҡсаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлгән. Ауылдаштары Александр Мельников изге эштәре тураһында күңелендә тик яҡты хәтирәләр генә һаҡлай.

Алексеевкалағы Өфө район мәҙәниәт йорто янындағы майҙансыҡта “ZaРоссию”- “Рәсәй өсөн!” музыкаль – патриотик марафон ойошторолдо. Сарала ҡатнашҡандарҙы райондың “Казачьи напевы” халыҡ фольклор, “Созвездие” вокал ансамблдәре, “Комбат” ВИА төркөмө үҙҙәренең матур сығышы менән шатландырҙы. Бөгөнгө көндә бөтәбеҙгә лә берҙәм рух менән йәшәү, бер-беребеҙҙе аңлап көн итеү мөһим. Төрлө саралар, аралашыуҙар ана шул берҙәм рухты нығыта ла инде. Төрлө милләт вәкилдәрен һәм быуын кешеләрен бергә туплаған был сара быға асыҡ дәлил.

Хеҙмәттә үткән ял көнө
Хеҙмәттә үткән ял көнө
Хеҙмәттә үткән ял көнө
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: