Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
18 Май 2022, 08:59

Тынғылыҡ беҙҙең өсөн төштә генә...

Нуриман районының Иҫке Күл ауылында 23 йыл фельдшер булып эшләгән Альбина Әнүәр ҡыҙы Саҙриеваның хеҙмәт алдынғылары исемлегендә булыуы осраҡлы түгел. Үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәй, һәр саҡ ауылдаштарына ярҙамға килергә әҙер тороусы фельдшерҙы олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ихтирам итә. 

Тынғылыҡ беҙҙең өсөн төштә генә...
Тынғылыҡ беҙҙең өсөн төштә генә...

Хеҙмәт кешеһенең күңелен күтәреү, уны яңы үрҙәргә әйҙәү өсөн эшен  ваҡытында баһалап, дәртләндереп торорға кәрәк. Уның ысулдары күп төрлө: маҡтаулы исемдәр биреү, аҡсалата премия менән бүләкләү, орден – миҙалдар менән наградлау һ.б.

Нуриман районында күп йылдар инде үҙҙәренең хеҙмәт бурыстарын яуаплы башҡарған, һөнәрендә ҙур уңыштырға өлгәшкәндәрҙең фотоларын Хеҙмәт даны аллеяһына ҡуйыу ҡаралған. Был отошло ысул: халыҡ хеҙмәт алдынғылары тураһында хәбәрҙар булырға тейеш. Аллеяла ауыл хужалығы эшсәндәренең, энергетиктарҙың, юл хужалығы һәм газ селтәре белгестәренең, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа өлкәһе вәкилдәренең исем – шәрифтәрен осратырға була.

Иҫке Күл ауылында 23 йыл фельдшер булып эшләгән Саҙриева Альбина Әнүәр ҡыҙының да хеҙмәт алдынғылары исемлегендә булыуы осраҡлы түгел. Үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәй, һәр саҡ ауылдаштарына ярҙамға килергә әҙер тороусы фельдшерҙы олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ихтирам итә. Альбина Әнүәр ҡыҙының эш көнө ФАП – та ғына үтә тип уйларға ярамай. Ауылдың 400 – ҙән ашыу халҡы араһында бәләкәй балалар ҙа, өлкән йәштәгеләр ҙә, йәш әсәләр ҙә бар. Күптәрен йыш ҡына өйҙәренә барып хеҙмәтләндерергә тура килә. Пандемия табиптарға, шәфҡәт туташтарына айырыуса оло һынау осоро булды. Район дауаханаһы етәкселәренең һорауы буйынса Альбина Әнүәр ҡыҙы даими рәүештә “Тиҙ ярҙам” медицина хеҙмәте эштәрендә ҡатнаша. Май байрамдарында ла ул Ҡыҙыл Шишмә дауаханаһына ҡараған ауылдарҙы хеҙмәтләндерә ине. Бөйөк рус шағиры А. А. Блоктың: “И вечный бой! Покой нам только снится,”- тигәненсә килеп сыға инде. Ярай өйҙә хужалыҡ эштәренең күбеһен үҙ иңдәренә алған тормош иптәше Азат Сабир улы һәм 10 – сы класта уҡып йөрөгән ҡыҙы Айзилә тынғыһыҙ фельдшер эшенең нескәлектәрен яҡшы аңлай, шуға ла ғаиләлә татыулыҡ һәм бер – беренә хөрмәт күрһәтеү ғәҙәти хәл.

Медицина ҙур үҙгәрештәр кисерә, дауаханалар ҡатмарлы аппараттар менән йыһазландырыла, тимәк, аҡ халатлылар үҙ белемдәрен даими рәүештә камиллаштырып торорға, замандан артта ҡалмаҫҡа тейеш. Альбина Әнүәр ҡыҙының эшмәкәрлеге лә ошо бурыстарҙы уңышлы үтәп сығыуға йүнәлтелгән.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: