Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
29 Ноябрь 2022, 09:37

Туғай йәшәй, йәшәр, йәшәйәсәк...

Туғай ауыл хакимиәтенә ҡараған алты ауылда 700 кеше йәшәй. Йәмле йәй көндәрендә уларҙың һаны күпкә артып китә.  Мәҫәлән, Березовка ауылында теркәлеп йәшәгән биш кеше лә ун тапҡырға күбәйә. Бындағы саф һауа, матур тәбиғәт ҡосағы. Ағиҙел йылғаһы халыҡты үҙенә тартып тора.

Туғай йәшәй, йәшәр, йәшәйәсәк...
Туғай йәшәй, йәшәр, йәшәйәсәк...

Халыҡ өсөн уңайлыҡтар

Ауыл хакимиәте башлығы Алексей Мартемьянов әйтеүенсә, төҙөкләндереү ауыл биләмәһенең иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып ҡала.  Һуңғы йылдарҙа юлдарҙы кадастрлаштырыу, уларҙы йүнәтеү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарылған. 

- Яҡшы итеп хеҙмәтләндереү өсөн кадастр иҫәбенә биш саҡрым тирәһе юл ҡуйылды. Туғай ауылындағы Йәштәр урамына ҡом-таш ҡатнашмаһы һибелде.  Үҙ иҫәбебеҙгә мәктәп янындағы тротуар төҙөлдө.  Фельдшер-акушер пункты һәм ауыл клубы территорияһына ла таш түшәлде.   Киләһе йылда Рудный ауылы юлы ла тәртипкә килтереләсәк. Беҙҙең ауылдарға илткән юлдарҙың барыһы ла АНК «Башнефть-Добыча» балансында тора . Һуңғы биш йылда нефтселәр тарафынан беҙҙең ауыл хакимиәтенә ҡағылышлы байтаҡ эштәр башҡарылды, ойошманың  унарлаған миллион һум аҡсаларҙы юлдарҙы ремонтлау эштәренә тотонолдо.  Улар Ағиҙел йылғаһының икенсе ярындағы Рудный,  Новоникольский, Березовка ауылдарына юлдар төҙөнө. 2021-2022 йылдарҙа  Туғай – Яңы Турбаҫлы (4,2 км), Туғай – Иҫке Александровка (1,5 км) юлдарына ла, улар капиталь ремонт яһаны. Грейдерлағандан һуң йәнә сафтан сыҡҡан юлдарҙы, предприятиеның юл хеҙмәте техника ебәреп, ҡом-таш түшәп тәртипкә килтерҙе.   Әлегә яҡшы хәлдә булған юл, яҙлы-көҙлө нефтселәрҙең транспорт һаны трафигы ҙур булыу сәбәпле тағы ла боҙолоуы ихтимал.  Шуға ла уны ваҡытында ҡарап, хеҙмәтләндереп тороу мотлаҡ, - тип һөйләне Алексей Николаевич.   

“Реаль эштәр” проекты сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының  Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин ярҙамы менән урамдарҙы яҡтыртыуҙы модернизациялаштырыу әүҙем барған.  Депутат ярҙамы менән бүленгән аҡсаға Рудный ауылы урамдарына фонарҙәр ҡуйылған. Киләһе йылда ла был эштәр әүҙем барасаҡ .

Бында хужаһыҙ ҡалған объекттар ҙа даими иҫәпкә алына. Уларҙың күпселеге - мал фермаһы биналары  Советтар Союзы ваҡытынан ҡалған булған.  Бер йылдан һуң уларҙы эшҡыуарҙарға һатып, ауыл биләмәһе бюджетын тулыландырырға уйлайҙар. Иҫәптә тормаған ер участкаларына ла бында ҙур иғтибар бирелә. Киләсәктә уларҙың да документтарын тәртипкә килтереп, һатыуға ҡуйыу планлаштырыла.  

«Тугай-агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә бында уңышлы эшләй.  Быйыл йәмғиәт етәкселеге ҡарабойҙайҙы күпләп үҫтереп, мул уңыш та йыйып алған.  

Мәктәп – ауылдың киләсәге

Ауыл мәктәбендә комплекслы капиталь ремонт федераль программаһына ярашлы мәктәп ремонтланған. Был мәғариф учреждениеһы кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Туғай мәктәбендә уҡыған 67 балаға үҙ эшен яратҡан уҡытыусылар сифатлы белем бирә.

Тыуған мәктәбен данлаған уҡыусылар төрлө кимәлдәге олимпиада, конкурстарҙа билдәле бер уңыштарға ирешә. Мәҫәлән, 1-се класс уҡыусыһы Камила Миляева «Я рисую. Моя Россия» балалар һүрәте республика конкурсында лауреат, өсөнсө класс уҡыусыһы Екатерина Алексеева әҙәбиәт буйынса Ю. А. Гагарин кубогының республика призеры булһа,  8-се кластан Эвелина Тяжкороб тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған «Отечество»  Бөтә Рәсәй конкурсының “Бөйөк Ватан һуғышы” номинацияһында икенсе урын, Илгиз Вәлиев  XVIII «XXI быуат лаборатория» һы эҙләнеү эштәренең район конференцияһында призер исемен яулайҙар.  

                 Спортҡа, сәләмәт тормошҡа өҫтөнлөк бирелгән мәктәптең территорияһына яҡын арала спорт майҙансығы, тренажерҙар ҙа ҡуйыласаҡ.

Күптән көткән газ

Туғай ауылының Йәштәр урамына газ үткән. Ауылға ингән газ үткәргес аша биш ғаилә хәҙер кинәнеп зәңгәр яғыулыҡ менән ҡуллана.

-Ун йылдан ашыу йәшәгән йортобоҙға быйыл ғына газ үткәреүгә ирештек.  2015 йылдан бирле хәл ителмәгән был мәсьәләнең сиселеүенә һаман да ышанып бөтөп булмай. Өйҙә газ булғас бүлмәләр йылы, ашарға ла тиҙ бешеп сыға, уны ҡулланыуы үҙе бер оло кинәнес,- тип һөйләне Зинфира Михайлова.

“Өфө-Туғай” маршруты һәм автолавка   

Өс йыл дауамында халыҡты «Башавтотранс» предприятиеһы хеҙмәтләндереп, ауылға көнөнә ике тапҡыр  “Туғай – Өфө” автобусы йөрөһә лә, ауылдың  95% кешеһендә  шәхси автотранспорт бар.  Ауылдың ике магазины һатып алыусының ихтияжын ҡәнәғәтләндерһә лә, тауар менән килгән автолавкаларға ла һорау ҙур.

Ҡойма өсөн кем яуап бирә?

Өфө-Яңауыл трассаһы буйында урынлашҡан Щепное ауылындағы 11 шәхси территорияларҙың кәртәләнмәүе  ауыл биләмәһенең хәл ителмәгән проблемаларының береһе булып тора. 

-2001 йылда район хакимиәтенән бүленгән аҡсаға район урмансылығы юлдан өс метр йыраҡлыҡта уларҙы кәртәләүгә өлгәшкән булған.  Был ваҡыттан  20 йыл ваҡыт үтеп китеү сәбәпле, улар сереп бөткән, күптәре ҡойолған.  Ауыл халҡы милке тип иҫәпләнгән был участкаларҙы мотлаҡ уларҙың хужалары кәртәләргә тейеш.  Өфөнән Благовещенға ҡайтҡан юлда урынлашҡан Щепное ауылындағы ҡыйшайып, емерелеп бөткән ҡоймалар, трасса аша төнъяҡ райондарға үтеп йөрөгән кешеләр араһында беҙҙең хаҡта насар фекер уятыуы ихтимал.  Был хәл бөгөнгә бик актуаль, - тип һөйләне Алексей  Мартемьянов.

Мәҙәниәт йорто янындағы участка йәмләнер

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына улар быйыл да ҡушылғандар. Берҙәм ауыл халҡы мәҙәниәт йорто янындағы  участкала ял зонаһы эшләргә ниәтләй.  Асфальт түшәлгән майҙанға эскәмйә, фонарҙәр ҡуйып, тирә-яҡҡа ағастар ултыртыу планлаштырыла.  Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле 3 миллион һум аҡсаны оторона туғайҙар ныҡлы ышана.   

Яҡшы кешеләр беҙҙең арала

Тыуған еренә, уның халҡына битараф булмаған кешеләр көндәлек йәшәйештә килеп тыуған мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүгә булышлыҡ итә.  Рудныйҙан Николай Локаткин, Андрей Матвеев урман-ҡырҙарҙа сыҡҡан янғындарҙы һүндереүҙә ныҡ ярҙам иткән. Новоникольскийҙан  Марат Сәмиғуллин, Яңы Турбаҫлынан Лена Исламетдинова, Ринат Исламетдиновтар һәр саҡ ауылдаштарына, ауыл хакимиәте ҡушҡан эштәрҙә оло әүҙемлек күрһәтә. Ярҙамға мохтаж бер кеше лә бындай ауылдаштары булғанда, иғтибарһыҙ ҡалмай. Хатта Үзбәкстандан Туғай еренә килеп төпләнгән ир кешегә лә, улар бергәләп булышҡан. Тиҙ арала уның шәхси документтары тергеҙелгән.

 Халҡы менән данлы Туғай

Эш һөйөүсән, егәрле күп милләтле Туғай халҡы бер-береһен хөрмәт итеп, төрлө милләттәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡәҙерләп, дуҫ, татыу ғүмер кисерә.

1970 йылда Башҡортостандың Йәрмәкәй районынан Туғай ауылына килеп төпләнгән Наил һәм Разия Заһировтар ҙа яңыраҡ тимер туйын билдәләгән.  65 йыл дауамында ҡулға-ҡул тотоношоп, өс бала тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн иһә ете ейән-ейәнсәргә, бер бүләсәргә шатланып йәшәгән был ғаиләне ауылда хөрмәт итәләр.  Ғүмере хеҙмәттә үткән ғаилә башлығы пилорамсы, ә ҡатыны шәфҡәт туташы булып эшләгән. 

Туғайҙағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер Ләйсән Бикбулатова халыҡтың һаулығы һағында торһа, ауылдағы китапхана менән клубта туғайҙарҙың күңеле рухлана, кәйефе күтәрелә һәм белем кимәле  арта. Китапханасы Гөлнара Ғәйнетдинова ауылдаштарын кәрәкле китап, гәзит-журналдар менән тәьмин итһә, ә клуб мөдире Лиана Таһирова уларҙы бай йөкмәткеле йыр-моң кисәләренә, концерттарға әйҙәй. Ҡул эштәренә оҫталар ҙа, ижади кешеләр ҙә бында үҙенә күңел тыныслығы таба, бер-береһе менән кинәнеп аралаша, хәл-әхүәл белешә.

Кешеләре менән данлы ауыл йәшәй, йәшәр, йәшәйәсәк...

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: