Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
1 Февраль 2023, 11:30

Балыҡ ҡап, ҡап...

Ҡыш айҙарында боҙ аҫтынан балыҡ тотоу мәле – мажараға бай, мауыҡтырғыс осор икәнлеген һәр балыҡсы иҫбатлай. Был шөғөлдө юҡҡа ғына "сиргә" тиңләмәйҙәр: бер тапҡыр балыҡҡа барҙыңмы, икенсе барыуҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алаһың.

Балыҡ ҡап, ҡап...
Балыҡ ҡап, ҡап...

Ял сәғәттәрен файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә, тәбиғәт менән аралашыуҙан ләззәт алырға теләүселәргә балыҡ тотоу һәр миҙгелдә лә иң мауыҡтырғыс шөғөл булып ҡала килә. Уны яратыусылар өсөн һалҡын,ҡар-буранлы ҡыш бер ҙә кәртә була алмай.

Райондарҙа дауам иткән  VIII Ауыл берәмектәре араһындағы спартакиадала ауыл спортсылары үҙҙәренең оҫталығын күтәреү, етәкселәр сәләмәт ял ойоштороу, халыҡ араһында физик культура – спорт эштәрен камиллаштырыу менән мәшғүл.

Өфө районының Миловка ауылында ла боҙ аҫтынан балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыштар ошо сара сиктәрендә бойомға ашты. Бында ҡатнашҡан туғыҙ ауыл биләмәләре балыҡсылары балыҡ тотоу буйынса яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Райондың Миловка, Николаевка, Шемәк ауылдары командалары призлы урындарға сыҡты.  

Күңелле һәм файҙалы үткәрелгән был байрам сараһынан барыһы ла дәрт, яҡшы кәйеф алып таралышты. Улар ойоштороусыларға оло рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Балыҡ ҡап, ҡап...
Балыҡ ҡап, ҡап...
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: