Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
17 Март 2023, 23:40

Ауылы өсөн янып йәшәгән Надежда

Благовещен районының Удельно – Дыуанай ауыл хакимиәте башлығы Надежда Жилинаны халыҡ абруйлы, ойоштороу һәләтле, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән етәксе итеп белә

Ауылы өсөн янып йәшәгән Надежда
Ауылы өсөн янып йәшәгән Надежда

Благовещен районының Удельно – Дыуанай ауыл хакимиәте башлығы Надежда Жилинаны халыҡ абруйлы, ойоштороу һәләтле, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән етәксе итеп белә.  Дөйөм эш өсөн янып йәшә­гән, проблемалары өсөн борсолоп, уны атҡарып сығарыу юл­­дарын эҙләгән хакимиәт башлығынан удельнодыуанайҙар ысын мәғәнәһендә уңған. Уның берҙәм, татыу ауылдаштары етәксе кү­тәреп сыҡҡан һәр эшкә ҡушылырға тора, һәр тәҡдимен дә хуплап ҡабул итә. Ошонда тыуып үҫкән ҡатын ауылын бик ярата, уның проблемалары өсөн борсола.

- Тырышҡан кешегә йәшәргә бу­ла. Ауы­лыбыҙҙа йәшәү өсөн шарт­тар, тирә-яҡта таҙалыҡ һәм тәртип булыуын теләйем. Ауыл халҡы тырыш булғас, донъяуи мәсь­әләләр ыңғай хәл ителә бара. Яҙын урам, ихаталарҙы тәртипкә килтереү буйынса өмә­ләр уҙғарыу, төҙөкләндереү, ауылдаштарҙың ялын ойоштороу булһынмы, барыһы ла халыҡтан башҡа уҙмай,- тип һөйләне Надежда Жилина.
                 Яуаплы, тынғыһыҙ, аралашыусан һәм кешеләрҙе үҙ артынан эйәртә алған Надежда Сергеевна Жилина нимәгә тотона, ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел. Әле яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан алған Маҡтау ҡағыҙы ла тап ошоно дәлилләй. Ул үҙенең юғары профессиональ оҫталығы һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн бүләкләнгән дә инде. Оҙаҡ йылдар халыҡ менән эшләгән Надежда Жилина көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ҡатнашҡандары һәм ярҙамдары өсөн хакимиәт ҡарамағындағы ауылдар халҡына, ауыл Советы депутаттарына, старосталарға ҙур рәхмәтле.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: