Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
9 Июнь 2023, 15:04

“Йәйге бер көн йылды туйҙыра” ти механизатор Фидерат Фәтхинуров

"Минең бөтә тормошом бәләкәй ватаным - Иҫке Илек ауылы, «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы менән бәйле, хәҙер «Иликовское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә эшләйем. Миңә 62 йәш. Ошо ауылда тыуып үҫтем, ғүмерем буйы бында йәшәнем һәм бер ҡасан да ҡайҙалыр күсергә йыйынған сағымды иҫләмәйем. Ауыл хужалығы тармағын, һайлаған һөнәремде ғүмерем буйы яратам", - ти механизатор Фидерат Фәтхинуров.   

“Йәйге бер көн йылды туйҙыра” ти механизатор Фидерат Фәтхинуров
“Йәйге бер көн йылды туйҙыра” ти механизатор Фидерат Фәтхинуров

Район хужалыҡтарында сәсеү кампанияһы тамамланды. 24 мең гектарҙан ашыу ер төрлө ауыл хужалығы культуралары менән сәселгән. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген 10016 гектар һөрөнтө ерҙе биләй, техник культуралар 410 гектарға ултыртылған, яҙғы сәсеү 12140 гектар тәшкил итә.Аграрийҙар шытымдарҙы ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡостарҙан эшкәртә башлаған да инде.

"Минең бөтә тормошом бәләкәй ватаным - Иҫке Илек ауылы, «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы менән бәйле, хәҙер «Иликовское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә эшләйем. Миңә 62 йәш. Ошо ауылда тыуып үҫтем, ғүмерем буйы бында йәшәнем һәм бер ҡасан да ҡайҙалыр күсергә йыйынған сағымды иҫләмәйем. Ауыл хужалығы тармағын, һайлаған һөнәремде ғүмерем буйы яратам", - ти механизатор Фидерат Фәтхинуров.   

1978 йылда ул «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында йөк автомобиле водителе булып эш башлай. Был һөнәрҙе геройыбыҙҙың атаһы ла һайлаған була. Шуға күрә малай сағында уҡ ул күп ваҡытын атаһы янында баҫыуҙа үткәрә.

Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, егет тыуған хужалығына эшкә ҡайта. Автомобиль мәктәбендә алған белеме Фидерат Фәтхинуровтың «аграр» биографияһының яңы битен аса.

“Минең беренсе йөк машинам ГАЗ – 53, һуңынан ЗИЛ булды. Колхоз тарҡалғас, машиналар ҡалманы, шуға күрә 2012 йылдан трактор, комбайндарҙы үҙләштерергә тура килде. Күрһәткестәр артынан ҡыумайым, минең өсөн эште сифатлы һәм яҡшы һөҙөмтә менән башҡарыу мөһим. Йәштәрҙе лә шуға өйрәтәм, - тип һөйләй ир. - Элек эшләү күңеллерәк  тә,  халыҡ та күп ине, ә хәҙер беҙҙең янда йәштәр юҡ тиерлек. Күптәр ҙур ҡалаларҙа уҡырға ынтыла. Аҙаҡ тыуған ауылына бик һирәктәр генә кире әйләнеп ҡайта. Балаларым да ҙур ҡалаларҙа йәшәй”.

Стажы күп булған механизатор кукуруз, арпа, көнбағыш, бойҙай сәсә... Һуңынан был баҫыуҙарҙы эшкәртә, ә көҙөн уларҙың уңышын йыя. Ә үҙ эшенең оҫтаһының сере бер: ерҙәге эште яратырға кәрәк. Шуға күрә бәләкәй тыуған ил әле йәшәй.

Фидерат Сәйетнур улы ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдарының береһе махсус хәрби операцияла ҡатнаша. "Балалар өсөн тырышабыҙ. Беҙ уларға ышаныслы тыл булғанда, ҡәҙерлеләребеҙҙең арҡаһы ныҡ терәүле, күңеле киң була”, - ти ир.

          - Бик яуаплы, ышаныслы ул Фидерат Фәтхинуров. Техниканы белә һәм уға һаҡсыл ҡарай, үҙ эше өсөн көйләй, борсола, - ти уның тураһында хужалыҡ башлығы Нәзилә Ашарапова. Ауыл мәнфәғәте өсөн дә ул эшләргә һәр саҡ әҙер.

Нәзилә Зөлҡәфил ҡыҙы быйыл ике мең гектарҙа арпа, бойҙай, арыш, ужым бойҙайы, рапс, кукуруз, көнбағыш, һоло сәсеүҙәре хаҡында һөйләне. Бөгөнгө көндә хужалыҡта 300 – ҙән ашыу баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 150-һе һауын көтөүе. Бында голштин тоҡомло һыйырҙар ҙа бар, улар хәҙер йыл әйләнәһенә тотола.

"Ауыл хужалығында эшселәрҙе табыуы еңел түгел. Был тармаҡтағы эш һәр ваҡыт ауыр физик хеҙмәт менән бәйле тип иҫәпләгәндәр бар. Был бөтөнләй дөрөҫ түгел, беҙҙә, мәҫәлән, барыһы ла автоматлаштырылған. Ауыл хужалығында йәшәгән һәм эшләгән кешеләр аяҡ өҫтөндә ныҡ тора, лайыҡлы эш хаҡы ала, - ти Нәзилә Ашарапова. - Хеҙмәткәрҙәр араһында баштан уҡ беҙҙең менән бергә тырышып хеҙмәт һалғандар байтаҡ. Был, әлбиттә, Фидерат Фәтхинуров, шулай уҡ механизатор Фиданис Фәрүәзетдинов. Улар-беҙҙең ышаныслы таянысыбыҙ. Йәштәрҙән Руслан менән Регина Хәмәтйәновтарҙы айырып күрһәтергә теләйбеҙ. Һауынсылар Сергей Иванов Һәм Галина Фаршатова яҡшы эшләй".  

“Йәйге бер көн йылды туйҙыра” тигәндәй, ауыл хужалығы тармағында ял һәм байрам итеү ҡаралмаған. Шуға ла хужалыҡтың нисек үҫешәсәге бөтә коллективтың эш итеүенең яйға һалыныуына, сифатлы күрһәткестәргә һәм яҡшы мөнәсәбәткә бәйле.

"Ҡыш айҙарында ял итеү мөмкинлеге буласаҡ, ә хәҙер беҙҙә эҫе ваҡыт, - ти Фидерат Фәтхинуров. – Алға бурыстар ҡуйылды, ә беҙ уларҙы мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ".

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: