Йәйғор
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
13 Июнь 2023, 16:59

Патриотик рухлы “Сафа” позывнойлы яугир

Благовещендан «Сафа» позывнойлы яугир 15 йыл төрлө  подразделениеларҙа хеҙмәт итә. Хеҙмәт бурысы буйынса ул төрлө махсус операцияларҙа ҡатнаша. Әммә офицер профессиональ ҡаҙаныштары менән  ғорурланмай һәм маҡтанмай. Өс улдың атаһы балаларына патриотик тәрбиә биреү менән бер рәттән, йәш быуынды тәрбиәләү эшенә лә күп көс түгә.

Патриотик рухлы “Сафа” позывнойлы яугир
Патриотик рухлы “Сафа” позывнойлы яугир

Махсус тәғәйенләнештәге отряд яугиры-ҡыйыу, хәрби алымдарҙы оҫта белгән, һәр кемгә ҡаршы торорға һәләтле булырға ниндәй ир-ат ҡына хыялланмаған? Бына беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа бала саҡтан ошо хаҡта хыяллана, шуға күрә еңел атлетика, бокс, ҡул һуғышы менән ныҡышмалы шөғөлләнә. Бөгөнгө көнгә тиклем ул тренерҙары Сергей Камбулатовҡа, Владимир Шишмаревҡа, Константин Лобановҡа, Георгий Бахаревҡа һәм Радмир Хәйруллинға спортҡа һөйөү тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәтле. Армия хеҙмәтенән һуң ул «БАЗ» акционерҙар йәмғиәтенә эшкә урынлашҡан егет тиҙ арала һайлаған һөнәренең  үҙ ғүмерен бағышларға теләгән йүнәлеш түгеллеген аңлай.

"Эш еңел булмаһа ла, сменанан һуң һәр ваҡыт спорт залына барып күнекмәләр үттем, ә 2008 йыл аҙағында эштән китергә һәм милицияның махсус подразделениеһына хеҙмәт итергә ҡарар иттем", - тип хәтерләй ул. - Өс саҡрым араны йүгереп үтеү, 18 тапҡыр күтәрелеү, 60 тапҡыр баҫып, прессҡа күнегеүҙәр һәм һикереүҙәр мотлаҡ ине. Артабан өс спарринг үтергә лә тура килде”.

Нормативтар буйынса, махсус отрядта хеҙмәт итеү өсөн өс алышта сыҙап ҡалырға кәрәк: береһе - көрәш ҡағиҙәләре, икенсеһе – бокс буйынса һәм өсөнсөһө – ҡатнаш стилдә. Сафа бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үткән.

"Махсус отряд ғәҙәти һәм экстремаль ситуацияларҙа ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн даими әҙерлектә тора. Шуға күрә командировкалар беҙҙең өсөн ғәҙәти күренеш. Махсус хәрби операция башланғас, Украина территорияһында күнекмәләрҙә булдым. Шулай итеп алғы һыҙыҡта булып, өс айҙан һуң өйгә ҡайттым. Миңә һәр ваҡыт көс-ҡеүәт биреп, көтөп торған ҡатыным, өс улым янына ашҡындым”.- тип уртаҡлаша яугир.

"Ҡатыным эшемде яратыуымды белә, шуға күрә һөнәремде алмаштырыуҙы һорамай. Беҙҙә командировкалар йыш була. ЛНР һәм ДНР-ҙың Рәсәйгә ҡушылыуы тураһында иғлан ителгәс, беҙҙе тағы ла шунда ебәрәсәктәрен ҡатыным аңлап ҡабул итте. Ул минең өсөн бик борсолһа ла, уға бер нәмәне ике тапҡыр аңлатырға кәрәкмәй, - тип уртаҡлаша офицер.

“Икенсе тапҡыр унда быйыл ғинуарҙа командировкаға ебәрелдем, апрелдә ҡайттым. Беҙ мөһим инфраструктура объекттарының һәм транспорт коммуникацияларының хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы булдыҡ, ВСУ-ның диверсия-разведка төркөмдәрен асыҡланыҡ һәм ҡулға алдыҡ, урындағы халыҡҡа тыныс көнкүреш булдырырға ярҙам иттек. Унда халыҡ башлыса ыңғай ҡарашта. Бер кемдә беҙҙең  ярҙамды кире ҡаҡмай. Мәҫәлән, шул уҡ Чечняла беҙ дошмандың нисек булыуын белә инек, ә бында барыһы ла башҡаса. Һиңә оҡшаған кеше һинең күҙҙәреңә ҡараған төҫлө кеүек. Әммә һин унан нимә көтөргә лә белмәйһең. Әгәр тағы ла барырға тура килһә, мин, әлбиттә, баш тартмаясаҡмын”.

         Уның һүҙҙәренсә, һынауҙар ваҡытында кешелек сифаттары, кешенең ысын йөҙө асыла. Отрядҡа бөтә ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сығыр өсөн бысраҡ окоптарҙа ятырға, һуңғы һыу менән бүлешергә, кәрәк саҡта бер-береңә ярҙам итергә тура килә.

Сафа хеҙмәттән буш ваҡытта спортсыларҙы өйрәтә. Балалар панкратион менән шөғөлләнә. Улар араһында спорт мастерлығына кандидаттар ҙа бар: Вадим Соколов, Данил Трегубов, Владислав Иванов.

"Спортта - рух көсө, тәртип. Балаларға дөрөҫ юл һайларға ярҙам итергә кәрәк, - ти офицер. - Беҙ бер кемде лә патриотизмға өйрәтә алмайбыҙ, быға өйрәтеп булмай. Патриотизмды тәрбиәләү генә мөмкин. Шуға күрә балалар баҡсаларына, мәктәптәргә саҡырыуҙан баш тартмайым, уларға бик теләп йөрөйөм”.

Бөгөн Благовещендың тәүәккәл егете тыуған республикаһы территорияһында Рәсәй гвардияһының махсус подразделениеһында хеҙмәтен дауам итә. Һөнәрен “тыныс” ҡа алмаштырырға теләмәйме тигән һорауға ул бер һүҙһеҙ “юҡ” тип яуап бирҙе.

"Минең эшем - ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш менән бәйле. Беҙ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәр ваҡыт полицияға ярҙамға киләбеҙ һәм халыҡтың тыныс тормошо өсөн гарантия бирәбеҙ», - ти ул.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: