Йәйғор
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Июнь 2023, 16:52

Благовещендар республика проектында ҡатнашты

Благовещен ҡалаһындаһы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Айра Ғәлимова эскизы буйынса районыбыҙ картаһы сигелгән.

Өфөләге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда "Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә "Башҡортостандың сигелгән картаһы”  республика проектының презентацияһы үтте.

Картала республиканың муниципаль берәмектәренең иҫтәлекле урындары һүрәтләнгән, конкрет районға тап килгән орнаменттар, традицион символдар ҡулланылған. Картала республиканың 54 муниципаль районы һүрәтләнгән. 1,5 метрҙан 2 метрға тиклем тәшкил иткән күләмле картинаны Өфө һәм 25-тән ашыу район оҫталары сигеп эшләгән. Ярым аҫыл таштар, сәйлән, таҫмалар, күн, кейеҙ, алтын, көмөш ептәр һәм сигеү техникаһы ҡулланылған карта бик шәп килеп сыҡҡан.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: