Йәйғор
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
15 Июнь 2023, 13:06

Эшҡыуарҙарҙар яңылыҡҡа ынтыла

Нуриман ерендә инициативалы эшҡыуарҙар ярҙамында уңайлы ял итеү, яңы эш урындары ла барлыҡҡа килә. Халыҡ өсөн йәшәү шарттары тыуҙырыла, уңайлыҡтар булдырыла.

Эшҡыуарҙарҙар яңылыҡҡа ынтыла
Эшҡыуарҙарҙар яңылыҡҡа ынтыла

Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов Ноғомановтар ғаиләһенең юл буйындағы йәйге кафеһын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Күптән түгел генә проект инициаторҙары район хакимиәтендә үткән Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашҡан. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә  улар район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп иткән уңайлы урын асты. Кафе 24 урынға иҫәпләнгән. Бында балалар менән килеп ял итергә, дуҫтар менән осрашырға мөмкин. Кафела туңдырма, татлы мамыҡ һәм попкорн эшләйҙәр.  

Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ - Красный Ключ ауылында «EVA» матурлыҡ студияһы асылды. Снежана Шумкова проекттың инициаторы булған был матурлыҡ студияһында тырнаҡ сервисы, керпек үҫтереү, массаж, бөҙрәхана хеҙмәттәре күрһәтелә. Студия клиенттарының базаһы бар, ауылда матурлыҡ хеҙмәттәре ҙур һорау менән файҙаланыла.

Шуныһы ҡыуаныслы, Нуриман ерендә инициативалы эшҡыуарҙар ярҙамында уңайлы ял итеү, яңы эш урындары ла барлыҡҡа килә. Халыҡ өсөн йәшәү шарттары тыуҙырыла, уңайлыҡтар булдырыла.

Эшҡыуарҙарҙар яңылыҡҡа ынтыла
Эшҡыуарҙарҙар яңылыҡҡа ынтыла
Читайте нас: