Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
16 Июнь 2023, 15:00

“Һаулығығыҙ торошона яуаплылыҡ менән ҡарарға өйрәнегеҙ,”-ти табип Зиләфиә Бурикова

Благовещен үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлеге мөдире бала саҡтан табип булырға хыяллана, шуға күрә мәктәпте тамамлағандан һуң бер ҙә икеләнеп тормай, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Һөнәренең йүнәлеше менән ул шунда уҡ табип-инфекционист булырға ҡарар итә.

“Һаулығығыҙ торошона  яуаплылыҡ менән ҡарарға өйрәнегеҙ,”-ти табип Зиләфиә Бурикова
“Һаулығығыҙ торошона яуаплылыҡ менән ҡарарға өйрәнегеҙ,”-ти табип Зиләфиә Бурикова

"Был медицина һөнәрҙәренең береһе, унда диагностика бик киң һәм ҡыҙыҡлы, уйланыу өсөн һәр ваҡыт майҙансыҡ бар, ҡырҡырға, тегергә кәрәкмәһә лә, хәлде анализларға һәм тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белергә кәрәк», - ти Зиләфиә Фәнзир ҡыҙы.

Әле университетта уҡыған йылдарҙа уҡ ул район дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй.

“Мине хирургиялағы эштәрҙең үҙенсәлектәре ҡурҡытмай. Танып белеү һәр саҡ ҡыҙыҡлы булһа, сетерекле хәлдәр ҙә етерлек. Йыш ҡына пациенттарҙы тынысландырырға тура килә. Түшәктә ятҡан йәки оҙаҡ сирләгән ауырыуҙар тупаҫ итеп һөйләшә башлай, ҡайһы берҙәренең кәйефе төшә. Тап ошо мәлдә сирленең эргәһендә булыу, уның менән һөйләшеү, дәртләндереү, шаяртып, көлдөрөү ҙә уға аяҡҡа баҫырға ярҙам итә, - ти табип. - Әлбиттә, барыһы ла һин теләгәнсә һәр саҡ уңышлы килеп сыҡмай. Мәҫәлән, тыуған көнөмдә мин эшкә яҡшы кәйефтә килдем. Әммә шул көндө пациентыбыҙ онкология сиренән вафат булды. Шуға ла байрам ҡайғыһы булманы.”

2017 йылда диплом алған табип Зиләфиә Бурикова өсөн һөнәри юлдың яңы этабы инфекция бүлегендә башланған.

"Былтыр, айырыуса октябрҙән алып, беҙҙә "сысҡан" биҙгәге менән ауырыусылар бик күп булды. Ҡайһы берҙә дауаханаға һалынғандар һаны 40 кешегә етте. Пациенттар араһында балалар ҙа байтаҡ ине, - ти табип-инфекционист. - Беҙ төрлө вирустарҙың һөжүме аҫтында булыуыбыҙҙы аңлаһаҡ та, үҙебеҙҙең табип бурысын, тейешле хәүефһеҙлек сараларын еренә еткереп үтәйбеҙ.”

Зиләфиә Фәнзир ҡыҙы ҡайһы бер пациенттар киҫкен инфекцион йәки паразитар ауырыуҙар кисерә, һауыға һәм бер аҙҙан дауахана карауатында дауаланғанын иҫенә төшөрмәҫкә тырыша, ти. Әммә икенсе категориялағылар хроник прогрессив ауырыуҙар ағымына инә. Улар үҙҙәренә даими күҙәтеү һәм контроль талап итә. Белгестәр әйтеүенсә, бындай осраҡтарҙа дауалауға мохтаждарға иғтибар мөһим.

 "Беҙҙә кеше иммунодефициты вирусын йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙҙар иҫәптә тора. Уларҙың ҡайһы берҙәре, ваҡытында дауаланыу арҡаһында, бөтөнләй һау-сәләмәт балалар тыуҙыра. Туберкулез, төрлө гепатит менән сирләүселәр ҙә бар, - тип һөйләй табип. - Беҙҙең бүлектә дауалап ҡына ҡалмайбыҙ, ҡотҡарабыҙ, шуның менән уларға йәшәү мөмкинлеге бирәбеҙ. Һәр кемгә айырым иғтибар бүлергә тырышабыҙ. Эйе, дөйөм дауалау схемалары һәм протоколдары бар, әммә һәр кеше - шәхес, һәм уны дауалағанда уға үҙ алымыңды табырға кәрәк. Сөнки табип дарыуҙар һәм уколдар менән генә түгел, һүҙ менән дә терелтә. Иң мөһиме - сирҙең билдәләре күренеүен йәшерергә ярамай һәм ваҡытында белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һаулығығыҙ торошона  яуаплылыҡ менән ҡарарға өйрәнегеҙ. Тик шул осраҡта ғына ыңғай һөҙөмтә булыуы мөмкин.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: