Йәйғор
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
3 Июль 2023, 15:00

Дин тотҡан мосолмандар өсөн изге Ҡорбан байрамын алғы һыҙыҡта ла билдәләгәндәр

Яугирҙәребеҙҙең рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны урынлашҡан урында ҡорбан салған.

Дин тотҡан мосолмандар өсөн изге Ҡорбан байрамын алғы һыҙыҡта ла билдәләгәндәр
Дин тотҡан мосолмандар өсөн изге Ҡорбан байрамын алғы һыҙыҡта ла билдәләгәндәр

Дин тотҡан мосолмандар өсөн изге Ҡорбан байрамын алғы һыҙыҡта ла билдәләгәндәр. «Башинформ»ға башҡорт батальондарының телеграм-каналынан билдәле булыуынса, яугирҙәребеҙҙең рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны урынлашҡан урында ҡорбан салған. Хәрбиҙәр иттән байрам ашы – шулюм бешергән. «Йырсы» ҡушаматлы яугир алғы һыҙыҡтағы иптәштәренең дә иттән ауыҙ итә алырына ышана.

«Яугирҙәребеҙҙе тылда һыйларға теләйем. Шулай уҡ хәрби бәрелеш урынындағы шәхси состав өсөн ит бешерергә әҙерләнәбеҙ. Хәҙер улар менән рация аша бәйләнешкә инеп, унда барып етә алабыҙмы, юҡмы икәнен беләбеҙ инде. Сөнки, барыһына ла билдәле булыуынса, бөгөн алғы һыҙыҡта хәл бик көсөргәнешле, ныҡлы оборона тотабыҙ», - ти яугир.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: