Мобилизацияланған доброволецтар менән бер рәттән, Ватанды яҡлау өсөн махсус хәрби операцияға үҙ һөнәре буйынса Рәсәй гвардияһы, спецназ һәм башҡа көс структураларынан контрактсылар ебәрелә. Улар араһында Башҡортостандан “Гильза” позывнойлы Данис та бар.
Благовещенда тыуып үҫкән егет 4-се мәктәпте тамамлай, буш ваҡытын спортҡа бағышлай, ҡул һуғышы менән шөғөлләнә. Үҙен күп нәмәгә өйрәткән тренеры Юлай Мостафинды рәхмәт менән иҫкә ала ул. Өфө колледжын тамамлаған Данис юрист һөнәрен һайлай. Ысын ир-атҡа хас булғанса, ул үҙ ваҡытында армияға китә. Рәсәй гвардияһына эләгә, ә өйөнә ҡайтҡас, ОМОН подразделениеһында хеҙмәтен дауам итә. Беҙ белгәнсә, унда Данис кеүек тик физик яҡтан әҙерләнгән һәм психологик яҡтан тотороҡло ир-егеттәрҙе генә алалар.
Махсус хәрби операция зонаһына ул уның тәүге көнөндә үк – 2022 йылдың 24 февралендә эләгә. Уларҙың хәрби подразделениеһын Харьков өлкәһенә күсерәләр, унда яугирҙар башта тәртипте тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Уның һүҙҙәренсә, урындағы халыҡтың уларҙы бик яҡшы ҡаршы алғанын, көткәндәрен, ярҙам иткәндәрен һөйләгән. Үҙ сиратында, яугирҙар ундағы кешеләргә бик кәрәкле гуманитар ярҙам тарата. Уларҙың килеүенә балаларҙың шатланыуы Данистың хәтерендә бигерәк тә уйылып ҡалған.
Бында ул беренсе тапҡыр бомбаға тотоуға дусар була, шул иҫәптән тыныс халыҡ та.
-Ҡурҡыныс булды, - тип һөйләй ул. - Ҡурҡмағанымды әйтһәм, алдай тиерһегеҙ. Бындай мәлдәрҙә ғәҙәти тормоштоң матурлығын ҡәҙерләй башлайһың, ғаилә тураһында уйлайһың. Мин әсәйем тураһында уйланым һәм хәрби хәрәкәттәр барышында яраланған һәм мәрхүм булған хәрби иптәштәрем күҙ алдынан үтте.
Данис яҡташтарының ярҙамы тураһында айырыуса рәхмәт тойғоһо менән һөйләй. "Тәүге осорҙа күп нәмә етмәй ине", - тип хәтерләй яугир. - Шуға күрә тәүге гуманитар ярҙам алғас, беҙгә ярҙам итеүҙәренә шатландыҡ. Ә мин ул саҡта һеңлемдән хат та алдым. Был хат мине күҙ йәштәремә тиклем тетрәндерҙе. Уны биш тапҡыр уҡып сыҡтым. Һеҙҙең иғтибарығыҙ беҙгә бик ярҙам итә, артабан алға барырға, ҡулдарҙы төшөрмәҫкә көс бирә. Ярҙамһыҙ беҙ еңмәйәсәкбеҙ! Ул берҙәмлектән тора!».
Беренсе тапҡыр тыуған еренә отпускыға ҡайтҡан “Гильза” позывнойлы Данистың туғандары, яҡындары менән осрашыуы уның йөрәгендә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған. "Беҙҙең колоннаға осраған машиналар сигнал биреп, Өфөлә беҙҙе бик күп халыҡ ҡаршы алыуына бик шатландыҡ. Былар барыһы ла ҡәҙерле һәм ҡиммәт. Яугир маскировка селтәрҙәре менән шөғөлләнеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Был әйберҙәрҙең барыһы ла, уның һүҙҙәренсә, яугирҙәрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡара. Үҫеп килгән йәш быуынға көрәшсе яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә, Ватанды яҡларға әҙер булыуҙарын теләне. Данис әйтеүенсә, кәрәк булһа, ул йәнә махсус хәрби операция зонаһына барып, илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер.