Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
12 Июль 2023, 09:25

Яугирҙәрҙе дуҫлыҡ берләштерә

Бер йыл элек хәрби хәрәкәттәр ветераны Андрей Әпсәлиҡов, мобилизацияны көтмәйенсә, ул саҡта формалашҡан Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға үҙ теләге менән яҙыла һәм махсус хәрби операцияға юллана. Әле күптән түгел ул отпускыға ҡайтты һәм үҙенең хеҙмәте тураһында беҙҙең менән дә уртаҡлашты.

Яугирҙәрҙе дуҫлыҡ берләштерә
Яугирҙәрҙе дуҫлыҡ берләштерә

Бер йыл элек хәрби хәрәкәттәр ветераны Андрей Әпсәлиҡов, мобилизацияны көтмәйенсә, ул саҡта формалашҡан Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға үҙ теләге менән яҙыла һәм Украинала барған махсус хәрби операцияға юллана. Әле күптән түгел ул отпускыға ҡайтты һәм үҙенең хеҙмәте тураһында беҙҙең менән дә уртаҡлашты.

            -Беренсе ирекле батальонға саҡырыу барғанын ишеткәс тә, хәрби комиссариатҡа шылтыраттым, - тип һөйләй Андрей Иванович. - Ошо уңайҙан хатта эштән дә һорап киттем. Хәрби тәжрибәгә эйә булғанлыҡтан, махсус хәрби операция башланғас, өйҙә ултыра алмаясағымды анланым.  Шулай итеп, мин «Сталкер» позывнойлы шайморатовсы булып киттем һәм әле лә шуның менән ғорурланам.

Андрей миномет батареяһына эләгә. Ике ай ул Тоцк лагерҙарында доброволецтар яраштырыуы үтә, унда уларҙы алдағы хәрби хәрәкәттәргә етди әҙерләйҙәр. Тыныс йылдарҙағы техника камиллаштырыу, уны үҙләштереү, хәрби күнекмәләрҙе иҫкә төшөрөү ҙә бөгөн бик кәрәк булған. Махсус операцияла уның алған күнекмәләре, шулай уҡ беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү оҫталығы ла етди баһаланған. Тап яугирҙәр яралы иптәштәренә беренсе булып ярҙамға килә, һәм уларҙын күптәренең ғүмере быны дөрөҫ эшләй белеүгә бәйле. 

Андрей әйтеүенсә,Чечнялағы алыштарҙа ҡатнашҡанда, улар унда күберәк уҡсылар,  ә махсус хәрби операция зонаһында дрондар менән алыштар була. «Бер ваҡыт беҙҙең техниканың кискеһен барырға тейешле юлына осоу аппараттарының бер нисә мина ташлауын күрҙек", - тип һөйләй ул. Саперҙарҙы көтмәйенсә, шунда барып, уларҙы атып үлтерҙек. «Ҡоштар»  булырға ла тура килә, беҙ уларҙы шулай тип атайбыҙ, бик һаҡ, иғтибарлы, һәр ваҡыт тауыштарҙы тыңларға һәм тиҙ арала яуап та бирә белергә кәрәк.

Бер йылдан һуң М.Шайморатов исемендәге батальонда, Андрей билдәләүенсә, төрлө милләтле  яуҙаштар араһында ысын хәрби туғанлыҡ барлыҡҡа килгән. Унда улар “Берәү бөтәһе өсөн һәм бөтәһе берәү өсөн” тигән билдәле девизға таянып йәшәй. Һәр кем беренсе осраҡта уҡ ярҙамға килә, хәрби иптәшенә хәүеф янағанда уның өсөн барыһын да эшләй. Үҙебеҙҙекеләрҙе бында ташламайҙар!

Ә бына тыуған ерҙән – Башҡортостан халҡынан килгән ярҙамды улар оло рәхмәт менән ҡабул итә. Позицияла торған һалдат өсөн яҡташтары тарафынан ебәрелгән маскировка селтәре бронежилет һәм каска менән бер рәттә бик кәрәк һәм уның барлығы бик мөһим. Беҙҙең ҡала - район халҡы ебәргән ярҙам өсөн яугирҙар ҙур рәхмәт белдерә. Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, шәмдәр, башҡа төр кәрәк-яраҡтар, айырыуса алғы һыҙыҡта хаттар һәм открыткалар уларға йылылыҡ тойғоһо бирә.

-Балаларҙың: «Ҡәҙерле һалдат, тиҙерәк һинең өйгә ҡайтыуыңды,һау-сәләмәт булыуыңды, илебеҙгә тыныслыҡ теләйбеҙ» тип яҙғандарын уҡыу күңелгә үтеп инерлек. Беҙ ҙә быны теләйбеҙ, сөнки беҙҙе ҡатындар, әсәләр, балалар көтә, һәм беҙ ҙә үҙебеҙҙән торғандың барыһын да эшләйбеҙ,- ти Андрей.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: