Тыуып үҫеп, тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан атай йортонан, ялан аяҡ йүгереп йөрөгән һуҡмаҡтарҙан ҡәҙерлерәк ер юҡтыр. Яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө яҡтарға таралып, сит ерҙәрҙә донъя ҡорорға, төпләнергә тура килһә лә, яҡташтар тыуған йортон һағына, ғәзиз тупрағына тартыла. Йәй - ҡыҙыу эш осоро булһа ла, эшкә лә, байрам, осрашыуҙарға ла ваҡыт тапҡан ауылдаштар, ситтә йәшәүсе яҡташтар тыуған ауылына ҡайтты.
Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, уңған халҡы менән танылған йәмле Иҫке Илек ауылы үткән шәмбелә ауылдаштарын, ситтә йәшәүсе яҡташтарын ауылдың 310 йыллыҡ юбилей сараһына йыйҙы. Ғәзиз йәнтөйәген һағынып ҡайтыусыларға тыуған ерен тағы бер тапҡыр ҡайтып күреү, туғандар, яҡындар менән аралашыу бәхете тейҙе.
Был сара илһөйәр яҡташтарға изге ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу эшендә дәрт, сәм өҫтәне тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Ойоштороу эштәренә бер ҙә иренмәй, ҙур теләк менән тотонған илһөйәрҙәр арҡаһында был күркәм юбилей сараһын үткәреү хыялы тормошҡа ашты ла инде. Илек ауылы хакимиәте башлығы Динар Батыршин етәкселегендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡытыусылары, ауыл йәмәғәтселеге вәкилдәре – Илдар Әйүпов, Нәзилә Ашарапова, Фәнит Фәтхинуров, Руслан Сәфиев ярҙамы менән байрам бик матур үтте. Уларҙың берәүҙәре байрамды үткәреүгә матди яҡтан ярҙам күрһәтһә, икенселәре фотоматериалдар туплауға, сараның сценарийын төҙөүгә булышлыҡ итте.
Был ҙур сараға әҙерлек алдан башланды. Һәр кем үҙенең йорт-ихатаһын төҙөкләндерҙе, буяны, һылап, ағартты. Кәртә, тыҡрыҡ буйҙарындағы сүп үләндәрен утаны, сапты. Матур, етеш йәшәй илектәр. Ауыл буйлап үткәндә халыҡтың сәмләнеп, дәртләнеп донъя көтөүенә тағы ла бер ҡат инанаһың. Береһенән-береһе ыҡсым, төҙөк, матур йорттар биҙәй урамдарҙы, гөл-сәскәгә күмелгән ихаталар бында йәшәүсе халыҡтың уңған, егәрле, эшһөйәр булыуы хаҡында һөйләй.
Ауыл халҡы мәктәп биләмәһенә йыйылды. Унда уларҙы Илек ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Динар Батыршин сәләмләне. Ул ауылдаштарының берҙәмлеге, татыулығы менән айырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Район хакимиәте тарафынан быйыл иғлан ителгән “Иң төҙөк ауыл биләмәһе” конкурсында тап илектәрҙең еңеп сығыуы, ошо мәртәбәле исемгә һәм 500 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булыуы ла тап ошоно дәлилләй. Ауылдаштар менән осрашыуға әҙерлеккә лә бөтәһе бергә ҡушылған. Улар ситтә йәшәгән туғандарын, яҡындарын, бала саҡ дуҫтарын саҡырып, хат-хәбәр ебәргән. Бер-береһенә ихтирамлы, кеселекле, ихлас та улар. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, яҙмыштары туған тупрағына бәйләнгән ошо ауыл ҡыҙҙары, шағирәләр Фәниә Харисова, Рәлиә Фазлыева, йырсы Айгөл Нуриева ла яҡташтары хаҡындағы шиғыр-йырҙарында ла ошо фекерҙәр ауаздаш ине.
Байрамдың иң күңелле өлөшө йыр-моң менән бергә үрелеп барған концерт һәм бүләкләү тантанаһы булғандыр. Был көндә матур тормош ҡороп, тыуған ерендә эшләп, йәшәп, күкрәк көсө менән донъя көткән, күп бала тәрбиәләгән Нина Байбулат ҡыҙы һәм Шәрифулла Хәтмулла улы Бәшировтар, Рәфиға Тимер ҡыҙы һәм Мансур Әсләм улы Әсмәндиәровтарҙың ғаиләләре, ауылдың иң оло кешеһе Ғәҙилә Рәүеп ҡыҙы Нуримхәметова, 70 йәшлек юбиляр апай-ағайҙар иҫтәлекле бүләктәргә, изге теләктәргә лайыҡ булды. Илектең киләсәге булған йәш быуын вәкилдәре лә әүҙем эштәре өсөн рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде.
Нисек кенә булмаһын, ошондай халыҡ байрамдары, осрашыуҙар ғаиләләрҙә үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта, ауылдарға йәм бирә һәм халыҡты бергә туплай. Туғандар йыйылған түңәрәк табын артында ла изге теләктәр яңғыраны. Һәр ғаилә киләсәктә йышыраҡ осрашырға вәғәҙә биреште. Мул табындан һуң улар гармун, баян, ҡурай көйҙәренә бейештеләр. Күңелле тауыштар, моңло йырҙар кискә тиклем яңғыраны. Уны отоп алған урман ҡоштары Илек ауылының тирә - яғын оҙон-оҙаҡ йылдар йәмләр әле.
Тарихын белмәгәндең – киләсәге юҡ! Был төбәктә үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынған, уны ҡәҙерләй белгән халыҡ йәшәй. Ни тиһәң дә, 1713 йылда нигеҙ һалынған Илек ауылы халҡы үҙенең үткәненә, тарихына ныҡлы иғтибар бирә. Милләте буйынса татар Килмәт Бакеев старшина Илекәй Исембаев менән бергә башҡорт ерҙәрен һатып алыу тураһында килешеү төҙөгән. Һуңынан ауыл ошо старшина исеме менән аталып, Илек булып киткән.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 82 йыл тулһа ла, тыуған иле һәм ерҙәге тыныслыҡ өсөн изге яуҙа башын һалған яҡташтары ҡаһарманлығын, уларҙың данлы исемдәрен илектәр мәңге онотмай. Был ауыл Советынан 233 кеше фронтҡа киткән. Улар иң яҡшы баҫыусылар, колхоз механизаторҙары, уҡытыусылар булған яҡташтарҙың 200 һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған. Шуға күрә бында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың иҫтәлеген айырыуса хөрмәт итәләр. Улар өсөн Афғанстан ветерандары, Чечняла террорға ҡаршы операция, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың исемдәре лә бик ҡәҙерле. Шуға ла илектәр үткәнен ҡәҙерләп, киләсәк быуынды ауыл тарихы менән таныштырыуға, уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.