Башҡортостан яугире яраланғандан һуң терелеп аяҡҡа баҫҡан һәм ошо көндәрҙә тағы махсус хәрби операцияға йыйына.
26 йәшлек «Бешеный» ҡушаматлы яугир тыумышы менән Шишмә районынан. Ул Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт итә.
2022 йылдың февралендә үк контракт төҙөгән. Армиянан һуң да өс йыл контракт хеҙмәтендә булған. Махсус хәрби операция башланғас та, ул район хәрби комиссариатына мөрәжәғәт иткән.
– Биш көн уйлап йөрөнөм. Мин бит механик-водитель, тәжрибәм бар. Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальонға эләгәһе килде, шунда ебәреүҙәрен һораным. Хәрби комиссариатта үҙ һүҙҙәрендә торҙолар. Әле мин ғорурлыҡ менән легендар батальонда хеҙмәт итәм, тип әйтә алам. Беҙ унда бер ғаилә! Бер-беребеҙ өсөн, Рәсәй өсөн терәкбеҙ! Ватандың ысын улдары шундай булырға тейеш. Мин – ир-ат һәм был ҡаһарманлыҡ түгел, ә минең бурысым,- тип аңлата ул үҙенең был ғәмәлен.
Үҙе әйтеүенсә, хәрби ҡушаматы уның холҡон сағылдыра, ул етеҙ, тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итә, бойороҡтарҙы еренә еткереп үтәй, һәр кемгә хөрмәт менән ҡарай, шуға күрә уның командиры ҡушаматын шунда уҡ ҡабул иткән.
Әле яугир оҙаҡҡа һуҙылған ялда – операцияларҙан һуң өйҙә ял итә.
-Барыһы да май байрамдарынан һуң булды. Беҙ Бахмут янына килеп урынлашҡан инек, шунда уҡ атыу тауышы яңғыраны. Миңә бер пуля килеп тейҙе. Төнгө сәғәт икеләр тирәһе ине. Үҙем дә һиҙмәҫтән янымдағы ағасты ҡосаҡлап алдым. Бөттө барыһы ла, «200-сө» булдым тип уйлап ҡына өлгөрҙөм, йәнәшәлә тағы бер дошман снаряды шартлап, ярсыҡтары миңә табан осто... Үҙебеҙҙекеләрҙе яраланыуым тураһында киҫәтеп кенә өлгөрҙөм һәм аңымды юғалтҡанмын, – тип иҫкә ала ул трагик ваҡиғаны.
Иптәштәре уға тиҙ арала беренсе ярҙам күрһәткән – укол яһап, яраһын бәйләгәндәр, аңына килтергәндәр. Квалификациялы медицина ярҙамы алыу өсөн 10 саҡрым юл үтәһе булған. Дуҫтары уны ҡулдарына күтәреп барып, табибтарға ваҡытында илтеп тапшырғандар. Һуңынан уны Луганск өлкәһенә алып киткәндәр, унда беренсе операция яһалған. Асыҡланыуынса, табибтар уның тәненән ете снаряд ярсығы һәм бер пуля алған. Төрлө ҡалаларҙағы госпиталдәрҙә, Мәскәүҙә лә дауаланған. Июнь аҙағында ғына өйөнә ҡайткан.
– Өйҙә тиҙ аяҡҡа баҫтым, яраларым төҙәлде, кәүҙә ауырлығы артты, хәҙер яңынан сафҡа баҫырға әҙермен, – тип әйтә ул ышаныслы итеп.
Етди яраланғас, өйҙә ҙә ҡала алыр инең, тип әйтеүҙәренә ҡаршы: «Иптәштәрем унда булғанда нисек итеп тыныс ҡына өйҙә ҡалайым?! Минең тәжрибәм һәм оҫталығым унда бик кәрәк. Яраланған күп кенә һуғышсылар, һауыҡҡандан һуң, кире баралар. Башҡаса булмай! Юғиһә дошман Рәсәйгә, Башҡортостанға килеп керәсәк. Өйҙә ҡалырға уйымда ла юҡ. Ошо көндәрҙә Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальонға кире китәм, һәм еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙең ҡулда буласаҡ», тип яуап бирҙе ул.
– Борсолмағыҙ, беҙгә ебәрелгән гуманитар ярҙам, шунда уҡ булмаһа ла, сөнки беҙ алғы һыҙыҡта, килеп етә. Гуманитар йөк килде тип хәбәр итһәләр, мөмкинлек булғас барып та алабыҙ. Посылкаларҙы асып, рәхмәт әйтеп, иң элек хаттарҙы уҡыйбыҙ, улар хатта иң ҡырыҫ холоҡло һуғышсының ла күңелен йомшарта. Балаларға, мәктәп уҡыусыларына, беҙгә хат яҙған барлыҡ кешеләргә «Яҙығыҙ!» тип мөрәжәғәт итәм, хаттар беҙгә рухи ныҡлыҡ бирә, – ти яугир.
Яугир билдәләп үтеүенсә, окоп шәмдәре лә бик кәрәкле нәмә, улар унда уны бик күп ҡулланалар. Яугир шулай уҡ халыҡ гумконвой менән ебәргән махсус йыһаздар өсөн дә рәхмәтле. Аҙыҡ-түлектән күберәк ит консервалары һәм сәйгә шат.
– Беҙ һуғышта, алғы һыҙыҡта. Һәр операцияның уңышы көтөлмәгән хәлдәргә ни тиклем әҙер булыуыбыҙға бәйле. Ни эшләргә кәрәклеген тулыһынса уйлап хәл итәбеҙ. Бөтә ғәмәлдәрҙе билдәле планлаштырабыҙ. Килеп сыҡмаһа, көндән-көн өҫтөнлөк алыу мөмкинлеген арттырып, планды камиллаштырабыҙ. Атай-әсәй минең менән ғорурлана, тормошҡа үҙ ҡарашы булған ысын ир-ат итеп мине тәрбиәләгәндәре өсөн мин уларға ҙур рәхмәтле, – ти «Бешеный» ҡушаматлы яугир.