Йәйғор
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
15 Сентябрь 2023, 11:44

Уҡыусыһы менән уҡытыусылары ғорурлана

Иглиндың В.Н. Бесценский исемендәге 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең элекке уҡыусыһы Дмитрий П. йөрәк ҡушыуы буйынса үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға юлланырға әҙерләнгән Салауат Юлаев исемендәге батальонға яҙылды һәм контракт төҙөнө.

Уҡыусыһы менән уҡытыусылары ғорурлана
Уҡыусыһы менән уҡытыусылары ғорурлана

-Дмитрий яңыраҡ ҡына уҡыусы булып парта артында ултыра ине. Бөгөн иһә оло йөрәкле, тәүәккәл егеткә - 25 йәш. Диманың һәр ваҡыт тәртипле, намыҫлы, тыңлаусан уҡыусы булыуын да, ҡушҡан эште еренә еткереп үтәүен дә билдәләп үтәбеҙ. Ауылыбыҙҙың ябай, асыҡ, изге егетенә тик асыҡ юлдар аша яуҙаштары менән еңеү яулап, өйөнә, ғаиләһенә, туғандары һәм дуҫтары янына иҫән-һау ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ,- тине уның беренсе уҡытыусыһы З.З. Йәлилова һәм класс етәксеһе Ф.Я. Нурисламова.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: