“Стич” позывнойлы яугир Украиналағы махсус хәрби операция үткәреү зонаһында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың легендар алтынсы ротаһында хеҙмәт итә. Ул һөнәре һәм йөрәге ҡушыуы буйынса үҙ һөнәренә ғашиҡ фельдшер.
Ярҙамға мохтаж яугирҙар янына һәр ваҡыт ваҡытлы ашыҡҡан оло йөрәкле яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре менән тәүге контрактын дүрт йылдан ашыу элек төҙөгән.
"Бөгөн улым менән ғорурланыуымды йәшерә алмайым. Уның изге эштәре, батырлығы, ысын ир-егет булыуы тураһында бөтә донъяға белгертәһем килә, - ти уның әсәһе Елена Валентиновна. - Башҡаларҙың миҙал менән бүләкләнеүен ишеткәс, уның ауыртыу, күпме көс менән яуланғанын аңлайһың, ә улыңдың наградаһын ҡулыңа алғас, ысын ир - егет тәрбиәләгәнеңде беләһең. Тап ошо осраҡта күҙҙәргә йәш тула һәм оло ғорурлыҡ хистәре кисерәһең. Балаҡайым, иҫән генә булһын, барса яугирҙар ҙа тыуған яҡтарына имен-аман әйләнеп ҡайтһындар”.