Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
9 Октябрь 2023, 17:27

Благовещен ере батыр егеттәрен ерләне

Районыбыҙ тағы ла бер юлы өс юғалтыу кисерҙе.  Украинала махсус операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙ - Сергей Бущик,  Кирилл Шарикаев, Владимир Сергунинды халыҡ һуңғы юлға оҙатты.

Благовещен ере батыр егеттәрен ерләне
Благовещен ере батыр егеттәрен ерләне

Сергей Бущик

 Сергей Бущик «Башнефть»компанияһында слесарь булып эшләгән. Сергей Владимирович  һәр ваҡыт илдә барған ваҡиғаларҙы күҙәтеп, уларға үҙ фекерен белдергән шәхес була белде. Шуға ла быйылғы йәйҙә ул тыуған илен яҡларға ҡарар итә һәм М.Ғөбәйҙуллин  исемендәге башҡорт батальоны менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана.  

Хәрби хәрәкәттәр ваҡытында яугир командирҙары биргән бойороҡтарҙы теүәл үтәй, тиҙ ҡарарҙар ҡабул итә һәм хәрби зирәклек күрһәтә. Әммә алғы һыҙыҡтағы ҡаты алыштарҙа ул ҡаты яралана һәм яу яланында алған ҡаты яраларҙан уның ғүмерен өҙөлә.

 - Беҙ ҡаһарман яҡташыбыҙ менән хушлашабыҙ. Сергей Владимирович  үҙенең хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды. Ул беҙҙең өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө, ысын Ватанды һаҡлаусы булып хәтеребеҙҙә ҡаласаҡ. Уға мәңгелек хәтер, мәңгелек дан. Беҙ Геройҙың улын һәм ҡатынын ҡалдырмаясаҡбыҙ, уларға ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайы депутаты Илдар Иҫәнғолов. - Һалдаттарыбыҙҙы юғалтыуҙы аңлау бик ауыр һәм әсе.

 

Кирилл Шарикаев

 Бедеева Поляна ауылында Кирилл Шарикаевты һуңғы юлға оҙаттылар. Мемориаль һәйкәл урынлашҡан майҙанға йыйылған туғандары, дуҫтары, яҡташтарынан тыш, бында хеҙмәттәштәре лә килде. Мәктәпте тамамлағандан һуң Кирилл Валерьевич Башҡорт архитектура-төҙөлөш колледжында уҡыуын дауам иткән. Колледжды уңышлы тамамлап, ҡулына белгес дипломы ла алған. 2016 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылған егет хеҙмәтен дә үҙ ваҡытында үтеп ҡайта. Яҡындары әйтеүенсә, йәш кеше төрлө хәл-ваҡиғаларҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмаған һәм кәрәк саҡта тирә-яҡтағыларға ярҙам итеүҙән баш тартмаған.

            -Бер тарихты бик яҡшы хәтерләйем: мәктәптә бәләкәй генә сәхнә күренеше күрһәтергә ҡуштылар, әҙерләнергә ваҡыт та юҡ тиерлек. Шул саҡта Кирилл ҡыҙҙарҙың, уҡытыусыларҙың тундарын йыйып, дуҫтары менән бергә бик яҡшы концерт номеры әҙерләй алыуға өлгәште, - тип хәтерләй яугирҙың класс етәксеһе Ольга Голубева. Уны бер ҡасан да өгөтләргә кәрәкмәне, ул ҡушҡанды еренә еткереп үтәй торғайны. Игелекле, аралашыусан булғанға күрә, Кириллдың  дуҫтары ла бик күп ине.

Ул Тыуған илебеҙҙе нацизмдан яҡлап, Ватаныбыҙ именлеге һәм беҙҙең тыныс, бәхетле тормош хаҡына үҙенең хәрби бурысын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 22 сентябрҙә батырҙарса һәләк була. Күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Ейән, ул, ағай һәм тоғро дуҫ булған Кирилл туғандарының, яҡындарының хәтерендә тере булып һаҡланып ҡаласаҡ. Нацизмды еңер өсөн ғүмерен биргән Геройға мәңгелек дан!

Владимир Сергунин

Бедеева Поляна ауыл Советының Александровка ауылында тыуған Владимир Сергунинды ла һуңғы юлға оҙаттылар. Мәктәптән һуң колледж да тамамлаған егет, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт итә. Уны әүҙем, изге күңелле, ярҙамсыл һәм аралашыусан кеше тип иҫләй яҡташтары.

Махсус хәрби операцияла алдына ҡуйылған бурыстарын намыҫлы үтәгән Владимир Сергунин  24 сентябрҙә һәләк була. Яугирҙең ҡыҙы һәм ҡатыны Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылында йәшәй. Ғаилә ағзаларының теләге буйынса Владимир Александрович оло хөрмәт менән ошо ауылда ерләнде.

Сарала ҡатнашҡан райондаштар һәм яҡташтар Ватанды һәм Рәсәй өҫтөндәге тыныс күкте һаҡлаған батыр яугирҙы хөрмәтләп иҫкә алды, уның  туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. 

Һәр кем өсөн яҡын кешеңде юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ. Яугир яҡташыбыҙҙың ата-әсәһе, яҡындары һәм туғандары алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ, улар тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Ҡараңғы гүрҙәрегеҙ яҡты, ауыр тупраҡтарығыҙ еңел, йәндәрегеҙ йәннәттә булһын. 

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: