Йәйғор
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
13 Октябрь 2023, 11:43

Улы менән хаҡлы ғорурлана

Благовещен районының Иҫке Илек ауылынан «Фәтих» позывнойлы яҡташыбыҙ, беренселәрҙән булып махсус хәрби операцияла легендар Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон составында ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән.

Улы менән хаҡлы ғорурлана
Улы менән хаҡлы ғорурлана

Благовещен районының Иҫке Илек ауылы халҡы илебеҙҙе дошмандан яҡлаған, махсус хәрби операцияла әүҙем ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында ғорурлыҡ һәм һоҡланыу менән һөйләй.
Ауылдағы ундан ашыу кеше араһында мобилизацияланғандар, доброволецтар ҙа бар. «Фәтих» позывнойлы яҡташыбыҙ, беренселәрҙән булып махсус хәрби операцияла легендар Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон составында ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән.
-Ул асыҡ күңелле һәм ҙур йөрәкле, ярҙамсыл, әҙәпле кеше. Һәр ваҡыт эргәһендәгеләргә хәленән килгәнсә ярҙам итә белде, мөрәжәғәт иткәндәрҙән бер ҡасан баш тартмай ине. Уның ҡулдары алтын, шуға ла белмәгән, эшләмәгән эше юҡ, - ти ауылдаштары.
Беҙ хәрби хеҙмәткәрҙең атаһы менән дә һөйләшә алдыҡ.
- Мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан улымдың махсус хәрби операцияға йыйынғанлығын белмәй инем. Өфө заводтарының береһендә туҡыусы булып эшләгән яугир бала саҡтан уҡ техника, һунар менән мауыҡты. Ә күңеле менән ул һәр ваҡыт хәрби кеше булды. Бәләкәйҙән тыуған еренең ысын патриоты итеп тәрбиәләнгән Фәтих улым, уны яҡлауҙы ла ысын ир-егеттең бурысы тип һанай. Шуға ла мин уның бындай етди ҡарарын хуплап ҡабул иттем. Улым менән ғорурланаммы? Ә нисек башҡаса? Әгәр беҙҙең малайҙар, ир-егеттәр беҙҙе яҡламаһа, илебеҙ, халҡыбыҙ нимә эшләр? Беҙ әлеге ваҡытта илебеҙҙә ниндәй хәл-ваҡиғалар барғанын аңламаҫ өсөн аҡылһыҙ түгелбеҙ бит! Әммә һәр кем шулай аяғүрә тороп, улым һәм башҡа ҡаһарман яҡташтарыбыҙ кеүек ҡыйыу рәүештә илен яҡларға бара алмай. Ә минең ғәзизем һәр ваҡыт ғаиләһе, дуҫтары, яҡташтары тыныс, матур тормошта йәшәһен өсөн барса тырышлығын һалырға әҙер. Күптән түгел уға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн данлы генерал Шайморатов ордены тапшырылды. Ә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров улыма иҫтәлек итеп наградалы бысаҡ бүләк итте, - тип һөйләне уның атаһы.
Яҡындарының оло ғорурлығы, терәк-таянысы булған “Фәтих” позывнойлы яугир һәм башҡа яҡташтарыбыҙ ҙа тыуған ергә имен-аман ҡайта алһын. Илебеҙ тыныс, төрлө милләтле халҡыбыҙ бәхетле, һау-сәләмәт кинәнеп йәшәһен!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: