Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
17 Октябрь 2023, 16:59

Михаил Махов хөрмәтенә - “Герой Партаһы”

Благовещен ҡалаһындағы А.Я.Першин исемендәге 4-се мәктәптә «Герой Партаһы»н асыу тантанаһы үтте. Уҡыусылар өҫтәле махсус хәрби операция барышында һәләк булған ҡаһарман яҡташыбыҙ Михаил Маховҡа бағышланды.

Михаил Махов хөрмәтенә -  “Герой Партаһы”
Михаил Махов хөрмәтенә - “Герой Партаһы”

Герой партаһында батырҙың фотоһүрәте ҡуйылды, уның биографияһы, ҡаҙаныштары яҙылды. Проекттың маҡсаты - балалар һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илебеҙҙең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тәрбиәләү. Парта артына беренселәрҙән булып алдынғы һәм әүҙем уҡыусылар, төрлө спорт ярыштары, предмет олимпиадалары еңеүселәре ултырыу хоҡуғына эйә булды.
Хәрбиҙең иҫтәлеген хөрмәтләргә уның туғандары, яҡындары һәм кадет класы уҡыусылары килде. Уҡытыусылар һәм көрәштәштәр Михаил Евгеньевичты ҡыйыу һәм ярҙамсыл кеше булараҡ иҫкә алды. Доброволец, Батырлыҡ ордены кавалеры, Батырлыҡ өсөн дәүләт наградаһы эйәһе булған сержант Михаил Махов армия сафтарында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Дағстан Республикаһы территорияһында законһыҙ бандитлыҡ төркөмдәрен бөтөрөүҙә һәм тәртип һаҡлауҙа ла ҡатнашҡан.
2022 йылдың декабрендә Михаил Махов Донбассҡа махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән китә. Хәрби операция барышында Михаил Евгеньевич үҙен тәүәккәл яугир итеп күрһәтә. Намыҫ һәм хәрби бурыс мәсьәләләренә бик тетрәнеп ҡарай. 2023 йылдың 29 ғинуарында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташыбыҙ, ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем Ватаныбыҙҙы һаҡлауҙа тоғро һалдат булып ҡалды.
-Данлы тарихыбыҙҙы, яратҡан илебеҙҙе һәм тыныс күгебеҙҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Беҙҙең өсөн ғүмерен биргән Михаил Махов һымаҡ һаҡсыларыбыҙ батырлығы ла онотолмаҫ, -ти мәктәп етәкселеге.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: