Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
10 Ғинуар , 13:39

Ауылдың ағинәйе

Өфө районының Михайловка ауыл биләмәһендә йәшәгән иң оло кешеләрҙең береһе булған Роза Әбдрәхимова 98 йәшен билдәләне.

Ауылдың ағинәйе
Ауылдың ағинәйе

Тыл хеҙмәтсәне, лайыҡлы хеҙмәт ветеранының тыуған көнөнә ҡунаҡҡа ауыл хакимиәте вәкилдәре килде. Ауыл хакимиәте башлығы Раил Мирхәйҙәров һүҙҙәренсә, Бөйөк Ватан һуғышы Роза әбей ғаиләһен дә урап үтмәгән. Тыл эшсеһе булған ҡыҙ 13 йәшенән ауыр эштәрҙә тир түккән, тиҫтерҙәре менән еңеү өсөн бар тырышлығын һалып баҫыу, фермаларҙа эшләгән. Ире Бөйөк Ватан һуғышынан һуң еңеү менән ҡайтһа ла, ул һуғышта алған етди яраларҙан йәшләй килеш мәрхүм була.
1965 йылда Роза Сәлих ҡыҙы 4 балаһы менән яңғыҙ ҡала. Балаларҙы тәрбиәләү һәм көндәлек мәшәҡәттәр бөтмөр, уңған, ауырлыҡтарға башын эймәгән ҡатындың иңдәренә төшә. Бөгөн ул бәхетле әсәй, өләсәй. Уның 9 ейән -ейәнсәре, 16 бүлә-бүләсәре бар! Барса килгән ҡунаҡтар хөрмәтле ағинәйгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, яҡшы кәйеф һәм бәхетле ҡартлыҡ теләне.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: