Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
22 Ғинуар , 09:54

«Беҙҙең әле генә яралған ғаиләбеҙҙә оло һынау – мағсус хәрби операция», - ти Әлиә

Йәш шағирә Әлиә Хәсәнованың ижадын беҙҙең төркөмдә яратып уҡыйҙар. Күптән түгел Әлиә үҙенең тормошондағы сағыу ваҡиғаһы менән уртаҡлашты.

«Беҙҙең әле генә яралған ғаиләбеҙҙә оло һынау – мағсус хәрби операция», - ти Әлиә
«Беҙҙең әле генә яралған ғаиләбеҙҙә оло һынау – мағсус хәрби операция», - ти Әлиә

«Тормош тигәндәре ҡыҙыҡ икән ул...Уратып-суратып, яңылыштырып-аҙаштырып алып йөрөй әллә ҡайҙарҙа...Нисәмә йылдар буйы ниндәй генә ерҙәр гиҙмәнем?!. Яҙмышымдың ғына мине үҙ тыуған еремдә көткәнен белмәнем, - ти Әлиә. Ошоғаса йәшең үтә тиһәләр ҙә «бөтәһенә лә кейәүгә сығырға тимәгән әле» тип йөрөй бирҙем. Һәм ,ниһайәт, минең дә Никах сәғәтем һуҡҡандыр. Арҡыры-тиҫкәре яғым ҡапыл юҡҡа сығып «әйеме» тигәнгә «әйе», «яраймы» тигәнгә «ярай» тиеп кейәүгә сыҡтым да киттем. Һәм беҙ, иптәшем Нур ... менән, Яңы йылды килен-кейәү, еңгәй-еҙнәй, инәй-апа, бажа-ҡайынеңгә кеүек өр-яңы статустар менән ҡаршы алдыҡ. Атай-әсәйҙәребеҙ,яҡын туғандарыбыҙ менән тиҙ генә Никах уҡытып, Аллаһы Тәғәлә алдында бер-беребеҙгә вәғәҙәләр бирешеп, уларға тоғро булырға анттар әйттек».

Шартлауҙар илебеҙҙә яңғырамаһын, балаларҙың яҡты киләсәген яҡлайым тигән ниәттәр менән Нур мағсус хәрби операция юллана.

«Гел һин теләгәнсә генә түгел әлеге лә тормош тигәне, уны аңлар еткән йәшкә еткәнбеҙ инде. Беҙҙең дә әле генә яралған ғаиләбеҙҙә тәүге (һәм һуңғыһы булһын) оло һынау- МХО. Тотош илебеҙгә төшкән бәлә тиҙ арала үтеп китеп,ғәзиздәребеҙ имен-һау яныбыҙҙа әйләнеп ҡайтһа ине, ә беҙгә был һынауҙы лайыҡлы үтергә сабырлыҡтан айырмаһа ине,Раббым тип теләйем», - ти Әлиә.

Хәҙер хәрби хеҙмәткәрҙең тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтөп торған һөйөклө тормош иптәше бар. Йәштәргә бәхет, именлек һәм тыныслыҡ теләйек.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: