Тарих биттәрен барлаған һайын яңы исемдәр асыла бара. Халҡыбыҙ, ауылыбыҙ ғорурлығы булған шәхестәребеҙ бихисап булыуы һис шикһеҙ, уларҙы барлап, өйрәнеп, киләсәк быуындарға еткереү беҙҙең быуынға төшкән ҙур бер аманаттыр ул.
Артабанғы һүҙем Ләлә Сулпан ҡыҙы Ляпустина иҫтәлектәренән Вәлимә Ғәлиулла ҡыҙы Кинйәғолова тураһында булыр. Ул 1937 йылда Урта Хәжәт ауылында тыуған. Атаһы Ғәлиулла Яхъя улы (1916-1944 й.) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, офицер, кавалерист, Эстония ерендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Әсәһе Хәнифә Мостафа ҡыҙы (1918-1998 й.) Дәүләкән районы Яппар ауылы ҡыҙы. Һуғыш башланғанда улар Беларус Республикаһының Белосток ҡалаһында йәшәгән була улар. Атай кеше хәрби булараҡ, ғаиләһен поезға ултыртып Башҡортостанға ебәрә, ғаилә төрлө михнәттәр күреп, 2 ай тигәндә ҡайтып төшә. Ҡыҙҙар Сәлимә менән Вәлимә балалар йортонда тәрбиәләнә, әсәй кеше көнө-төнө асфальт һалыу эшендә була. Өлкәне Сәлимә 10-сы класты тамамлағас, педагогик училищеға уҡырға керә, унан һуң балалар баҡсаһында етәксе була, башҡорт балалар баҡсаһын асып, шунда эшләй.
Ә Вәлимәнең хыялы – физик-ядрщик булыу. 1950 йылда маҡсатына ирешә ҡыҙыҡай, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инеп, уны 1960 йылда тамамлай. Ул йылдарҙағы студенттар – илебеҙ ғорурлығы, һәр ҡайһыһы үҙ йүнәлешендә бөйөк асыштар алдында торған белгестәр була. Вәлимә лә уларҙан ҡалышмай. Университетты тамамлағанда курсташы Анатолий Семашко менән ғаилә ҡороп ебәрәләр, улдары Виктор, ҡыҙҙары Галина тыуа.
Алдынғы ҡарашлы сығарылыш студенттарын илдең ядро ҡалҡанын – ядро бомбаһын барлыҡҡа килтереү өҫтөндә эшләүсе Белоруссия Республикаһының Сосны ҡалаһына эшкә ебәрәләр.
– Вәлимә апайым был турала бер ҡасан да һөйләмәне, – тип хәтерләй Сәлимәнең ҡыҙы Ләлә Ляпустина. – Вәлимә Ғәлиулла ҡыҙы ядро физикаһы өлкәһендәге атаҡлы ғалимдар, шул иҫәптән профессор Ландау, совет ядро ҡоралын эшләп сығарыу һәм яһауҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең береһе. Күп радиация алғанлыҡтан, үлем менән йәшәү өсөн көрәшкән сағында, иле, халҡы өсөн ғүмерен дә йәлләмәғән аҫыл зат Өфөнөң “Геофизика” предприятиеһында нефть эшкәртеү ҡоролмалары эшләп сығарыу өҫтөндә лә эшләргә өлгөрә. Шул йылдарҙа Вәлимә Кинйәғолова (Семашко) менән бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәр радиация алыу сәбәпле йәш көйөнсә генә мәрхүм булалар.
Яҡты йондоҙ булып балҡыған ауылыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы Вәлимә Ғәлиулла ҡыҙы 40 йәшендә генә арабыҙҙан, атылған йондоҙ булып яҡты эҙ ҡалдырып, мәңгелеккә күскән. Үлем менән көрәшкәндә лә, ул тыуған ерен, ауылын һағынып: “Мине тыуған ауылыма, ел, ҡояш һәм Дим булған ергә ерләгеҙ”, – тип әйтеп ҡалдырған.
Ауылдаштары ил ҡыҙын – Вәлимә Кинйәғолованы онотмай, хәтер кисәләре ойоштороп, абруйлы яҡташын йыш иҫкә ала.