“Бала сағымда музыкаль етәксе, табип һәм рухани ролен уйнарға яраттым. Үҫмер йылдары осоронда ғәжәп кеше “Уралочка” халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Надежда Володина менән таныштым. Ул минең артабанғы үҫешем өсөн бөтә һәләтен һалды, - тип һөйләне Константин Николаевич. - Уның ярҙамы менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр Надежда Петровна вафат булды, уның тураһында күңелемдә яҡты хәтер һаҡлайым. Эстрада вокалы буйынса етәксем Владимир Поляковты ла билдәләп үтәм”.
Ҡаланың А.Я. Першин исемендәге 4-се мәктәбен тамамлағандан һуң Константин Плешаков Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә, һуңынан 16 йыл тыуған Благовещенда ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры булып эшләй. Юғары белем тураһында диплом алғандан һуң, ул табип-терапевт, ҡан тамырҙары бүлегендә невропатолог вазифаларын үтәй.
“Ата – әсәйем - Николай Никитович һәм Надежда Алексеевна, бөтә уҡытыусыларым һәм тормош юлымда осраған кешеләрҙең алдында баш эйәм. Уларҙың тел һәм ҡул ярҙамы менән мин күп уңыштарға өлгәштем”, - ти Константин Николаевич.
Үҙенең музыкаль каналын алып барған Константин Плешаковтың һәләтен, уның моңло йырҙар башҡарыуын “Һаумы, Андрей!” тапшырыуының мөхәррирҙәре күреп ҡалған.
“Күптән түгел Надежда Володина ҡыҙының төшөнә инә. Автобуста ултырған ҡатындың ҡайҙа барыуын һорағас, ул эш буйынса барырға кәрәклеген әйтә. Ғәжәп, ул мин эшләгән ҡаланы атаны. Остазым тере сағында миңә йыш ҡына Андрей Малаховтың тапшырыуында сығыш яһарға кәрәклеген әйтә торғайны, - тип һөйләй ир. Бер нисә көндән һуң дуҫтарым мине телешоу мөхәррирҙәре эҙләүҙәрен тип хәбәр итте. “Һаумыһығыҙ. Беҙ һеҙҙе Стас Михайловтың юбилейына арналған “Һаумы, Андрей!” тапшырыуына саҡырырға теләйбеҙ”, - тип шылтыратты ойоштороусылар. Мин, әлбиттә, ышанманым. Мине кемдер шулай шаяртырға теләйҙер тип кенә уйланым. Студиянан тағы шылтыратҡас ҡына ышандым. Тапшырыуҙы ойоштороусылар мине ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Улар миңә иң яҡшы сәйәхәт ойоштороп, Останкин башняһы ҡаршыһындағы ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар».
Константин Плешаков һүҙҙәренсә, тапшырыуҙы алып барыусы Андрей Малахов – киң күңелле, талантлы алып барыусы, үҙенең урынында кинәнеп эшләгән шат күңелле кеше. Яҡташыбыҙ янында ғына Әзербайжандан килгән ғаилә ултырһа, ә ҡалған ҡунаҡтар илдең төрлө төбәктәренән йыйылған була. Уларҙың бөтәһен дә Стас Михайлов ижадына һөйөү берләштерә.
“Ижади кешеләр менән ябай итеп аралашыу күңелдә һоҡланыу тойғоларын уятты. Тапшырыуҙы төшөргән мәлдә бер-беребеҙҙе ғүмер буйы белгән кеүек еңел аралаштыҡ. Әлбиттә, мин Стас Михайловтың ниндәй булыуын көтөп алдым, сөнки - телевизор экранынан ҡарау бер эш булһа, ә уның эргәлә тороуы икенсе эш. Тапшырыуҙа ҡатнашҡандар уның менән еңел һәм ябай, дуҫтарса аңлашып, аралашып китте. Миңә Стас Михайловтың ижады бик яҡын һәм ҡәҙерле, сөнки мин дә шиғырҙар, йырҙар яҙам. Шуға ла уның менән шәхсән аралашыу кәйефемде күтәрҙе,-тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Константин Плешаков.