Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан бер нисә йыл инде "Экология" милли проектының "Уникаль һыу объекттарын һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған "Рәсәй һыуы" бөтә Рәсәй һыу объекттары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу акцияһында әүҙем ҡатнаша. Акция саралары йыл һайын апрелдән октябргә тиклем бөтә республика территорияһында йәшел эштәр Марафоны сиктәрендә үткәрелә. Шуға ла был эштәрҙең мөһимлеген аңлаған благовещендар был яҡшы башланғысҡа әүҙем ҡушыла.
Өмәлә ҡатнашыусылар командаларға бүленеп, Оло Утрауҙың территорияһы зонаһынан йөҙҙән ашыу тулы тоҡтарға төрлө ҙур сүп-сар: тәгәрмәс шиналары, матрас, ағастар, торбалар йыйып алды.
-Һәр ваҡыт өмәләрҙә һәм экологик акцияларҙа ҡатнашырға ваҡыт табам. Былар бит ҡалабыҙҙың күркәмлеге, балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн бик кәрәкле саралар, - ти «ПОЛИЭФ» йәмғиәте хеҙмәткәре Лилиә Сәфиуллина. Ни өсөн кемдәндер нимәлер көтөргә, үҙебеҙҙең ҡулдар менән таҙалыҡ булдыра алыу үҙе оло шатлыҡ һәм кинәнес.