«Алпамыш» йәштәр үҙәге базаһында «Йәш армия» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр йәмәғәт хәрби-патриотик хәрәкәтенең Иглин бүлексәһендә бөгөнгө көндә 300-ҙән ашыу кеше иҫәпләнә. Улар араһында – Башҡортостан агросәнәғәт колледжы студенттары һәм мәктәп уҡыусылары бар.
Хәрәкәттең эшмәкәрлеге йәш армиясыларҙа изгелек, тоғролоҡ, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Улар менән яугир-интернационалист, Иглин хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе урынбаҫары Илмир Юнысов етәкселек итә.
Хәрәкәт ағзалары район, төбәк һәм федераль кимәлдә хәрби-патриотик һәм социаль йүнәлештәр буйынса күп кенә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Балалар бер нисә тапҡыр республика йәш армия хәрби-спорт уйындарында призлы урындар яуланы.
Май аҙағында Шишмә районының «Патриот» паркында «Еңеү» Бөтә Рәсәй хәрби-спорт уйынының төбәк этабы старт алды, унда республиканың төрлө мөйөштәренән 120 үҫмер, шул иҫәптән Иглин районының йәш армиясылары ҡатнашты.
Конкурс программаһының өс көнөндә Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Күмертау ҡалалары, шулай уҡ Өфө, Шишмә, Иглин, Федоровка, Кушнаренко, Саҡмағош райондары командалары «Ватан тарихының хәрби биттәре» интеллектуаль квесы, командаларҙың «Визит карточкаһы» презентацияһы, хәрбиләштерелгән эстафета, «Утлы сик» ярыштары, хәрби-медицина әҙерлеге, урында ориентирлашыу тигән дисциплиналарҙа ярышты.
– «Еңеү» уйынының маҡсаты – спорт ярышы ғына түгел, ә патриотик тәрбиә биреү системаһын үҫтереү, – ти ойоштороусылар. – Хәрби-спорт уйыны Рәсәй Федерацияһының йәш граждандарында патриотизм нигеҙҙәрен, Ватанды һаҡлау бурысына тоғролоҡ тойғоһон һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуға йүнәлтелгән.
Конкурс йомғаҡтары буйынса район командаһы Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы биш хәрби-патриотик клубы иҫәбенә инде. Бөтә ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнде.