Таутөмән ауылынан «Ронин» саҡырыулы яугир махсус хәрби операция сиктәрендә Ватанды һаҡлауға беренселәрҙән булып баҫа. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге өсөн яҡташыбыҙ ведомство һәм дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Уның күкрәген «Участник СВО», «Георгий Жуков», «За боевые отличия», «За храбрость», «За отвагу» миҙалдары, «Отважный» билдәһе биҙәй.
Махсус хәрби операция башланыр алдынан ул армияла хеҙмәт итә, йәш һалдаттар менән күнекмәләр үткәрә. Ирекле көрәш буйынса спорт мастеры булған яҡташыбыҙ тыныс тормошта физкультура уҡытыусыһы ла.
Әлеге ваҡытта «Ронин» махсус хәрби операция зонаһында артиллерия разведкаһы бүлексәһе командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Яугирҙың бурыстары: һауа разведкаһы алып барыу, дошман позицияларын асыҡлау һәм артиллерия утына төҙәтмәләр индереү, шулай уҡ ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итеү. Уның оҫталығы арҡаһында артиллерияның атыу аныҡлығы һиҙелерлек арта, был беҙҙең хәрбиҙәргә бурыстарын уңышлы үтәү һәм шәхси состав араһында юғалтыуҙарҙы кәметеү мөмкинлеген бирә.
Ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булған яугир үҙ бурысына тоғро ҡала, барыбыҙ өсөн дә кәрәк булған тыныс киләсәк өсөн көрәшә.
Фронтта «Ронин» дың тормошонда үҙгәреш була – ул интернет селтәре аша буласаҡ ҡатыны менән таныша. Ике йөрәк араһында мөхәббәт уты ҡабына. Беренсе ялында уҡ батыр егет һөйгәне менән осрашырға ашыға. Киләһендә йәштәр мөсәбәттәрен рәсмиләштереп тә ҡуя. Һуғыштан «Ронин» ды ауылда ғаиләһе лә көтә.
«Ронин» тиҙҙән еңеү яуланасағына, һағынып көткән ғаиләһе, ҡатыны янына иҫән-имен ҡайтасағына ышана.