Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
15 Июль 2021, 15:59

Ҡалалағы матур бер ғаилә

Бер танышы - белеше, туған – ырыуы  булмаған  ерҙе йәшләй генә төйәк иткән Гөлназ Ҡоҙаҡаева ғаиләһе менән 2003 йылдан алып  Благовещен ҡалаһында йәшәй.

Ҡалалағы матур бер ғаилә
Ҡалалағы матур бер ғаилә

Бер танышы - белеше, туған – ырыуы  булмаған  ерҙе йәшләй генә төйәк иткән Гөлназ Ҡоҙаҡаева ғаиләһе менән 2003 йылдан алып  Благовещен ҡалаһында йәшәй.

Гөлназ Гиз ҡыҙына яҡшы уҡытыусы тигән уҡыусылары, уны шәп класс етәксеһе тип белгән ата - әсәләр, эшлекле кеше тип хөрмәтләгән хеҙмәттәштәре  мәртәбәле һәм кәрәкле эшен үтәргә  уға көс, дәрт, илһам бирә. М.Киняшов исемендәге 6-сы мәктәптә 15 йылдан артыҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып  эшләгән уҡытыусының абруйы ҙур. Мөмкин тиклем уҡыусыларҙы асыҡ дәрестәргә, кластан тыш сараларға йәлеп итеү, уларҙы төрлө кимәлдәге олимпиада, конкурс, фестивалдәргә әҙерләү, күңелдәренә әсә теле - башҡорт теленә оло һөйөү тәрбиәләү  уның йыл да төҙөлгән эш планындағы төп йүнәлештәр булып тора.

Башҡарған эшенән ҡәнәғәт ҡалған мөғәллимә өйөндә бик бәхетле ҡатын һәм наҙлы, яратҡан әсәй. Тимурын, Аделина менән Дианаһын тәрбиәләүгә күп көс түккән Гөлназ ире Азат Сәлих улы Юламанов менән гөрләтеп донъя көтә, бергәләп йорт та төҙөйҙәр. Атаһының, ауылда олатай- өләсәйҙәренең оло ярҙамсыһы булған Тимур күптән инде ҡул араһына кергән. Техниканы үҙ иткән егет Өфөләге статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында беренсе курсты уңышлы тамамлаған. Акробатикаға, бейеүгә өҫтөнлөк биргән 10 йәшлек Аделина менән һүрәт төшөрөүгә, шашка уйынына әүәҫ 9 йәшлек Диана әсәһенең оло ярҙамсылары. Ата - әсә ҡанаты аҫтында яратылып ҡына буй еткереп килгән балаларының киләсәге өсөн Юламановтар бар көсөн һала. "Ни сәсһәң, шуны урырһың" тигәндәй, ул – ҡыҙҙарын тәртипле, итәғәтле, тәүфиҡлы  итеп, уларҙы  ныҡлы аяҡҡа баҫтырыу уларҙың тормош девизы. 

“Өфөнефтехим” йәмғиәтендә электромонтер булып эшләгән ғаилә башлығының ҡулынан килмәгән эше юҡ.Төҙөгән йортонда ла барса эштәрҙе ул үҙе башҡара. Фатир һатып алыуға ла, унда балаларына яҡшы йәшәү шарттары булдырыу өсөн дә  Гөлназ менән Азат күп көс түккән. Бигерәк тырыштар, сәмселдәр, бөтмөрҙәр бит әле үҙҙәре. Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында тыуып үҫеп, артабан сәстәрен сәскә бәйләгән йәштәр бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған, ата- әсәһенә терәк – таяныс булған ул һәм ҡыҙ, ҡайны- ҡәйнәһенә иғтибарлы  кейәү һәм итәғәтле килен. Тыуған ерен һағынып ҡайтҡан Юламановтарҙы ошо ерҙәр менән күп нәмә бәйләй. Йыраҡта ҡалған мәктәп йылдары, атай нигеҙе, туғандар, таныш урамдар һәм ҡыр- яландар...

-Минең өсөн ғәзиз тыуған ауылымдан да ҡәҙерле урын юҡ донъяла. Ауылда мәктәп булмау сәбәпле, беренсе кластан туғыҙғаса Салауат ҡалаһындағы  интернат - мәктәптә уҡыным, урта белемде  лә, оло тормош юлына әҙерлекте лә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы  интернат - мәктәптә алдым. Артабан уҡытыусы  һөнәрен Башҡорт дәүләт университетының  Стәрлетамаҡ филиалында үҙләштерҙем. Шуға ҡайҙа ғына уҡыһам да, ата-әсәйемде, Гөлфиә һеңлем менән Рәмзил ҡустымды һағынып ҡайта торғайным.  Шул йылдарҙа күңел түрендә тыуған ошо тойғо әле лә йөрәктә  ныҡлы  урын алған. Хәҙер балаларыбыҙ ҙа был ергә шатланып, туғандарҙы һағынып ҡайта, -тип һөйләне Гөлназ Гиз ҡыҙы. 

Ғаиләһен бөтөн, бәхетле,мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн ҡул көсөн дә, күңел ҡеүәтен дә һалған Гөлназ менән Азат Юламановтар бер – береһен ҡәҙерләп, һөйөүҙең ҡәҙерен белеп йәшәүе менән күптәргә өлгө.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: